Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2023, 14:00

Тәүге «Башҡортостан ирекмәне» маҡтаулы билдәләре тапшырылды

Республика Башлығының почетлы наградалары Өфөлә үткән беренсе ирекмәндәр форумында бирелде.

Тәүге «Башҡортостан ирекмәне» маҡтаулы билдәләре тапшырылды
Тәүге «Башҡортостан ирекмәне» маҡтаулы билдәләре тапшырылды

Сарала республика төбәктәренән меңдән ашыу вәкил ҡатнашты. Улар төрлө өлкәләрҙә эш алып бара – тирә-яҡ мөхит һағында тора, юғалған кешеләрҙе эҙләй, янғындарға ҡаршы көрәшә, мохтаждарға булышлыҡ итә. Һуңғы осорҙа иһә ирекмәндәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам күрһәтеү менән мәшғүл. Форумда ҡатнашыусыларҙы республика башлығы тәбрикләне. Илгә ауырлыҡ килгәндә һеҙ иңегеҙҙе ҡуйҙығыҙ, тине Радий Хәбиров.

Ирекмәнлек өсөн йәш тә, милләт тә, дәрәжә лә, матди хәл дә мөһим түгел. Был хәрәкәткә һәр кем тик күңел ҡушыуы, намыҫ саҡырыуы буйынса килә. Үҙенең көсө, хеҙмәте менән бүлешеү, йылылыҡ, хәстәр өләшеү өсөн. Һәм тап ирекмәндәр йәмғиәтте алға әйҙәүсе, дәртләндереүсе көс булып тора.

Форум тәүге тапҡыр үтә, сарала меңдән ашыу кеше ҡатнаша, әммә был хәрәкәт тағы ла күберәк кешене берләштерә. Әле республика 700-ҙән ашыу ойошма эшләп килә, уларҙа 76 мең тирәһе ағза. Йәмғиәттең иң әүҙем, битараф булмаған вәкилдәре. Улар өйҙә кемделер әрләп, дәғүә белдереп ятыу яҡлы түгел. Ирекмәндәр алғы сафҡа баҫып йәшәйеште ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Әлеге ҡатмарлы шарттарҙа улар бар көсөн алғы һыҙыҡтағыларға ярҙам итеүгә йүнәлткән.

Автор:
Читайте нас: