Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2023, 18:00

Белем биреү сертификаттары тапшырыла башланы

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға белем биреү сертификаттары тапшырыла.

Белем биреү сертификаттары тапшырыла башланы
Белем биреү сертификаттары тапшырыла башланы

Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙыуынса, ошондай документты тәүгеләрҙән булып Бөрө ҡалаһынан яугир һәм уның ғаиләһе алған. Быйыл республикала 700 сертификат бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 200 документ ҡаралған. Ҡалғандары халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торғандар, декрет ялындағы ҡатындар һәм пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнә. Яугирҙәр өсөн белем биреү сертификатының хаҡы 50 мең һум була.

Автор:
Читайте нас: