Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2023, 20:30

«Ҡырым яҙы» саҡыра!

Республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында төрлө саралар үтәсәк. 

18 мартта Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәй менән берләшеүенә бағышланған байрам саралары ойошторола. Саралар дөйөм исем – «Ҡырым яҙы» фестивале» исеме аҫтында үтәсәк. Властар уларҙы асыҡ майҙансыҡтарҙа – майҙандарҙа, парктарҙа, скверҙарҙа, яр буйҙарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә, шулай уҡ музей, мәҙәниәт һарайы, концерт залдары, күргәҙмә залдарында ойоштора. Тулы исемлек менән таныштырабыҙ.

13-17 мартта

Өфөлә республика Хәрби Дан музейы «Ҡырым-1944» белем биреү лекциялары уҙғара. Лекторий барышында 1944 йылда Ҡырым ярымутрауын немец ғәскәрҙәренән азат итеү һәм Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙерге замандаштарыбыҙ – Ҡыҙыл Армияның һөжүм итеү операцияһында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт биреләсәк.

14-17 мартта

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы мәктәп уҡыусылары өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүсе яҡташтарыбыҙ» мәҙәни-мәғариф сараларын уҙғарасаҡ. Ҡырым күгендә беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ летчиктар көрәште, улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова булған. Унда артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов (2012 йылдың авгусында вафат була, Башҡортостанда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙарының һуңғыһы), пулеметсылар взводы командиры Иван Бережный һ.б. ҡатнаша.

15 мартта

Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, БР Милли симфоник оркестры артистары ҡатнашлығында «Ҡырым яҙы» йыр һәм инструменталь музыка концерты үтте.

17 март

Өфөлә 8-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусыларының фортепиано музыкаһы концерты киске сәғәт 5-тә Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында була.

17 март-17 апрель

Республика Хәрби Дан музейында «Севастополь – рус даны ҡалаһы» электрон күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Ул «Еңеү биләмәһе» халыҡ-ара проекты сиктәрендә музейҙың https://rmbs-ufa.ru сайтында күрһәтелә. Күргәҙмәнең төп бүлеге 1941 йылдың 30 октябренән 1942 йылдың 4 июленә тиклем Севастополдең героик оборонаһына арналған.

18 март

Республика халҡы «Ҡырым» нәфис фильмын ҡарай ала (Рәсәй, 2017 йыл, сюжет реаль ваҡиғаларға ҡоролған, фильм Рәсәй һәм Украина офицерҙарына арналған). Кино күрһәтеү фонды субсидиялары сиктәрендә Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Нефтекама, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Аҡъяр, Асҡар, Бүздәк, Борай, Үрге Йәркәй, Ермолаевка, Йылайыр, Иглин, Инйәр, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Красноусол, Краснохолмский, Кушнаренко, Мораҡ, Приют, Раевка, Иҫке Балтас, Иҫке Собханғол, Стәрлебаш, Талбазы, Учалы, Саҡмағош, Шаран, Языков ауылдарында яңыртылған кинозалдарҙа үтәсәк.

Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейында, музыкаль ҡунаҡханала, «Ҡырым яҙы» республика музей акцияһы уҙа. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы килеүселәр өсөн «Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр: 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡырымды азат итеүҙә ҡатнашыусылар» күргәҙмәһен ойошторҙо. Ҡырым һөжүм итеү операцияһы ваҡиғалары (1944 йылдың 8 апреле - 12 майы), Советтар Союзы Геройҙары, Ҡырымды азат итеү ваҡиғаларында ҡатнашыусылар һәм башҡалар тураһында экскурсия ойоштороласаҡ.

Өфө «Нур» дәүләт театрында иртәнге сәғәт 10-да ҙур залдың фойеһында «Баҡсаһарай фонтаны» спектакленән фотосюжеттарҙың тематик күргәҙмәһе, көндөҙгө сәғәт 12-лә «Юлда яҡтылыҡ алған» театрлаштырылған тамашанан фотосюжеттар күргәҙмәһе асыла, көндөҙгө сәғәт 2-лә тамашасылар «Нур» театры артистары башҡарыуында Ҡырым һәм Кавказ халыҡтары йырҙарының видеояҙмаларын ҡарай ала.

https://www.youtube.com/channel/UCMeRdtqGcURZcIAYpOjhvBQ

https://vk.com/nurteatr , https://ok.ru/profile/572484107628 , https://t.me/teatrnur

19 март

Өфө «Нур» татар дәүләт театры ҡунаҡтарҙы «Ҡырым һәм Рәсәй - бер яҙмыш!» әҙәби-музыкаль ҡунаҡханаһына саҡыра. Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

Сығанаҡ: resbash.ru

 

«Ҡырым яҙы» саҡыра!
«Ҡырым яҙы» саҡыра!
Автор:
Читайте нас: