Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2023, 14:00

Яҡташыбыҙҙың батырлығы нәфис фильмда мәңгеләштерелгән

«Праведник» хәрби драмаһы Благовещен районында тыуып үҫкән Николай Киселевтың үлемһеҙ батырлығы тураһында һөйләй.

Яҡташыбыҙҙың батырлығы нәфис фильмда мәңгеләштерелгән
Яҡташыбыҙҙың батырлығы нәфис фильмда мәңгеләштерелгән

 Николай Киселев Богородское (Сергеевка) ауылынан уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Ленинградҡа юллана, ә инде 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә.

1942 йылда совет партизаны Николай Киселев 218-ҙән ашыу йәһүдте оккупацияланған Белоруссия биләмәһенән сығара. Яңы нәфис фильмдың нигеҙен совет йәһүдтәрен ҡотҡарыу операцияһы тәшкил итә: Николай Киселёв бер ҡасан да һуғыш геройы булырға хыялланмай. Әммә шундай атҡарып булмаҫтай бурысты иңенә ала, үҙе лә иҫән ҡала һәм йөҙҙәрсә кешене язанан ҡотҡара.

Николай Киселев етәкселегендәге биш партизан отряды немецтар эҙәрлекләгән һәм аслыҡтан яфаланған кешеләрҙе урман аша, 1500 километр юл үтеп, алып сыға. Николай Киселев исеме хәтер баҡсаһындағы почет стенаһына яҙылған, ул ҡотҡарған кешеләрҙең вариҫтары йыл һайын Тель-Авивта уны иҫкә алырға йыйыла. Башҡортостанда, Благовещен ҡалаһында легендар Николай Киселевҡа һәйкәл ҡуйылған һәм парк булдырылған, Мәскәүҙә Яңы Арбатта герой исемендәге сквер асылған.

Төп ролдәрҙе Рәсәйҙең билдәле театр һәм кино актерҙары Александр Яценко, Сергей Маковецкий, Федор Добронравов, Евгений Ткачук, Юлия Витрук, Любовь Константинова, Константин Хабенский башҡарған.

Фото: culture.bashkortostan.ru

 

Автор:
Читайте нас: