Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2023, 17:00

Водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла

2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтылды. Был хаҡта эске эштәр министры  Владимир Колокольцевҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.

Водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла
Водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла

Ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында төп доклад менән сығыш яһағанда уның етәксеһе бындай водитель таныҡлыҡтарын оҙайтырға кәрәкмәүен белдерҙе. Документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла.

2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа транспорт йөрөтөү таныҡлыҡтары ғәмәлдән сыҡҡан водителдәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша документты алмаштырыуға ғариза бирергә һәм ЮХХДИ-ға барырға кәрәкмәй.

Колокольцев һүҙҙәренсә, ҡарар Рәсәй Эске эштәр министрлығы органдарына йөкләмәне кәметеү һәм автомобиль хужаларына уңайлы булһын өсөн ҡабул ителгән.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас: