Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2023, 13:00

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

«ГАЗель» маркалы йөк машинаһы махсус хәрби операция зонаһына ғәҙәти булмаған йөк менән китте.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Уның әрйәһендә – LADA (ВАЗ) 2109 маркалы машина. Ул Бәләбәй районынан мобилизацияланғандар өсөн.

– Сираттағы гуманитар ярҙам йыйыуҙы һәм оҙатыуҙы Бәләбәйҙән ике кеше үҙ өҫтөнә алды. Бәләбәй яугирҙарының һәм шәхсән рота командиры Вәлишиндың һорауы буйынса ирекмәндәр шулай уҡ төҙөлөш материалдары, электр генераторы, бензин бысҡыһы, шуруповерттар, минераль һыу һәм бал алып баралар. Бөгөн барып етергә тейештәр ҙә инде, – тип хәбәр итте район ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов.

Светлана Шириня

Автор:
Читайте нас: