Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2023, 11:00

Физкультура дәрестәренә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар

Дәүләт Думаһы депутаттары бер тауыштан «Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» һәм «Мәғариф тураһында» закондарға төҙәтмәләрҙе ҡабул итте.

Физкультура дәрестәренә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар
Физкультура дәрестәренә һаулыҡ торошона ҡарап индерә башлайҙар

Парламенттың матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, төҙәтмәләргә ярашлы, махсус әҙерлеге булған педагогтар һәм башҡалар тәүге ярҙам күрһәтергә мөмкин. Был уларҙың бурысы түгел, ә хоҡуғы ғына.

Хәҙер бала физкультура дәресенә табип һығымтаһы яҙылған ҡағыҙ менән генә инергә тейеш. Уны медицина тикшереүе үткәргәндән һуң бирәләр. Сөнки мәктәптәге бәхетһеҙ осраҡтарҙың күпселеге физик культура дәрестәрендә теркәлә.

Бынан тыш, яңы ҡағиҙәләр буйынса белем биреү ойошмалары уҡыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итергә бурыслы. Был мәктәптәргә генә түгел, балалар баҡсаларына ла ҡағыла.

Фото: Комсомольская правда

Автор:
Читайте нас: