Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь , 10:59

Республикала боҙло ямғыр көтөлә - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

...

Республикала боҙло ямғыр көтөлә - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Республикала боҙло ямғыр көтөлә - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр хаҡында хәбәр итә. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 21 ноябрҙә боҙло ямғыр һәм дауыл фаразлана. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Иртәгә болотло һауа торошо көтөлә. Ҡар, ямғыр, ә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Урыны менән боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, тиҙлеге секундына 9-14 метр, көньяҡта секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -1, -6°, көндөҙ -1, +4° .

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы өс көндә республикала йонсоу һауа торошо көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-20/na-bashkiriyu-obrushitsya-ledyanoy-dozhd-mchs-3528731

Автор:по материалам издания*Башинформ*
Читайте нас в