Йәмғиәт
14 Февраля 2024, 04:42

Күп кеше остеопороз, быуын һыҙлауы менән ыҙалана

Уның дауаһы аяҡ аҫтында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күп кеше остеопороз, быуын һыҙлауы менән ыҙаланаКүп кеше остеопороз, быуын һыҙлауы менән ыҙалана
Күп кеше остеопороз, быуын һыҙлауы менән ыҙалана

Остеопорозды һары мәтрүшкә (зверобой) дауалай.

Бының өсөн 1 стакан ҡайнар һуға 1 аш ҡалағы һары мәтрүшкә һалып, 15 минут һыу парында йәки термоста төнәтергә. Уны һөҙөп һәм 40 минут тирәһе һыуынғанын көтөп, төнәтмәгә 100 гр бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты ҡушып, яҡшылап болғатырға, 1 тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Уны көнөнә 1 тапҡыр, ашар алдынан 1 аш ҡалағы ашарға кәрәк. Бер ай эсергә, бер ай ял итергә. Был күләмдәге төнәтмә 1 айға етә.

Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән ҡәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:по материалам издания "Ауыл уттары"
Читайте нас