Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 15:47

Баш ҡалала легендар кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың иҫтәлегенә арналған концерт була

3 апрелдә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында легендар кинорежиссерҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған «Әмир Абдразаҡовтың һынмаҫ рухы» тигән концерт була. Был хаҡта «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Баш ҡалала легендар кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың иҫтәлегенә арналған концерт була
Баш ҡалала легендар кинорежиссер Әмир Абдразаҡовтың иҫтәлегенә арналған концерт була

Әмир Абдразаҡов ғәжәп күп яҡлы шәхес ине. Ул үҙен һәләтле актер, режиссер, сценарий авторы һәм педагог итеп күрһәтте. Абдразаҡов Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән 50-нән ашыу фильм төшөрҙө.

Әмир Абдразаҡов «Башҡортостан» киностудияһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры, Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе, «Ника» кинематография сәнғәте академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәйҙең Кинорежиссерҙар гильдияһы һәм республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы ағзаһы булды.

Күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Әмир Абдразаҡов шулай уҡ донъя кимәлендә танылыу яулаған йырсылар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар өсөн хәстәрлекле атай  ине. Уларҙың хәтер кисәһендә сығыш яһауы режиссёрҙың талантын хөрмәт итеүселәр өсөн шәп бүләк булмаҡсы.

Сарала Роберт Юлдашев, Азат Биксурин, Иҙрис Ғәзиев, Дилара Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Регина Кәбирова, шулай уҡ Башҡорт опера һәм балет театрының балалар хор студияһы, хор, балет труппаһы һәм симфоник оркестры сығыш яһай. Дирижёр — Марат Әхмәт-Зарипов. Концерттың режиссёры — Ләйсән Сәфәрғолова.

Автор:по материалам издания "Башинформ"
Читайте нас: