Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март , 09:09

Ташҡын ҡайҙа көслө булыр?

Һыу кимәле былтырғыға ҡарағанда юғары буласаҡ, һыу баҫыуы ихтимал...

Ташҡын ҡайҙа көслө булыр?
Ташҡын ҡайҙа көслө булыр?

Республикала йылғаларҙың 5 – 15  апрелдә асылыуы көтөлә. Ағиҙел йылғаһы бассейны йылғаларында һыуҙың юғары кимәле норма сиктәрендә, Ағиҙел йылғаһының өҫкө ағымында норманан 20-60 сантимертға юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Һыуҙың көтөлгән иң юғары кимәле:

Ағиҙел йылғаһы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы: 430 – 530 сантиметр;

Ағиҙел йылғаһы – Өфө ҡалаһы: 650 – 750 сантиметр;

Ағиҙел йылғаһы – Бөрө ҡалаһы: 640 – 740 сантиметр;

Өфө йылғаһы – Шаҡша ҡасабаһы: 680 – 780 сантиметр;

Дим йылғаһы – Бочкарев ауылы: 570 – 670 сантиметр.

Йылғалар бындай кимәлдә булғанда Белорет, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларының түбән участкаларын һыу баҫыуы ихтимал, тип иҫкәртә Башгидромет.

Боҙҙоң тығылыуы ихтимал булған урындарҙа уны йомшартыу өсөн ҡаралау, ҡырҡыу һәм шартлатыу эштәре дауам итә.

25 мартҡа ҡарата үтәлгән:

- боҙҙо ҡарайтыу 22 муниципаль берәмектә – 27 617 квадрат метр;

- боҙҙо ҡырҡыу 16 муниципаль берәмектә – 16 418 квадрат мет;

- биш муниципаль берәмектә шартлатыу эштәре - Шишмә, Борай, Архангел, шулай уҡ Белорет районының Ғәбдөк ауылы эргәһендә Оло Инйәр йылғаһы һәм Илеш районының Ҡыпсаҡ ауылы эргәһендә Сөн йылғаһы буйында шартлауҙар үткәрелгән.

Шартлатыу эштәре график буйынса бара.

25 марттан алып 14 районда һәм дүрт ҡалала 49 ирегән һыу баҫыу осрағы теркәлгән. Атап әйткәндә, сибайҙа — 11, Өфөлә — 7, Баймаҡ районында — 6, Өфө районында — 4, стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа Һәм Дәүләкән районында 3-әр участканы ирегән һыу баҫҡан. Шулай уҡ туймазы районында – ике, әбйәлил, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Иглин, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Хәйбулла, шишмә райондарында берешәр территорияны һыу баҫҡан.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

 

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: