Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 09:07

Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған

Туғыҙ районда бындай осраҡтар теркәлгән.

Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған
Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған

Ямғыр яуыуы һәм көндәрҙең йылы тороуына бәйле республикала тәүге һыу баҫыу осрағы Әлшәй районының Раевка ауылында теркәлгән. Унда шәхси йортто ҡар һыуы баҫҡан. Ҡайһы бер бина эсендә һыу өс сантиметрға тиклем ҡалҡҡан. Йорт хужаларына ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына күсергә тәҡдим иткәндәр, әммә улар баш тартҡан. Траншея ҡаҙып, һыуҙы ағыҙыу өсөн ауыр техниканы йәлеп иткәндәр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы көстәре һәм саралары юғары әҙерлек режимында эшләй. 27 мартта 15:00 сәғәткә ҡарата туғыҙ муниципаль берәмектә – Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында, Сибай, Туймазы, Дәүләкән һәм Өфө ҡалаларында – бөтәһе туғыҙ тораҡ пункты һыу баҫыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһы көстәре һәм саралары халыҡтан килгән һәр хәбәр буйынса тикшереү үткәрә, урындарға техника йүнәлтелгән. Тейешле саралар күрелә, хәл контролдә тотола.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығында даими эшләгән оператив штаб ойошторолған, уға ташҡынға ҡатнашлығы булған барлыҡ министрлыҡтар һәм ведомстволар инә.

Йылғалар кимәлен Күҙәтеү буйынса мәғлүмәт төбәк программа-аппарат комплексының 57 автоматик гидропосты һәм Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы контролдә тота.

Алдағы көндәрҙә лә ямғыр яуыуы көтөлә, тимәк, һыу баҫыу осраҡтары буласаҡ әле. Уяулыҡты юғалтмайыҡ! 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы.

Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған
Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған
Ауылдарҙы һыу баҫа башлаған
Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: