Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 10:01

Бәлә аяҡ аҫтында. Яҙғы боҙ тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

Яҙғыһын йылға-күл буйҙарында йөрөгәндә, балыҡҡа барғанда ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Һыу ятҡылыҡтарындағы боҙ йоҡара, тиҙ ярылыусанға әйләнә, сөнки өҫтән яҙғы ҡояш иретә, ә аҫтан һыу ағымы йыуа.

Бәлә аяҡ аҫтында. Яҙғы боҙ тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк
Бәлә аяҡ аҫтында. Яҙғы боҙ тураһында нимәләрҙе белергә кәрәк

– Әгәр һауа температураһы өс көн рәттән 0 градустан юғары торһа, боҙҙоң ныҡлығы дүрттән бер өлөшкә кәмей, – тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре. – Төндә ул ниндәйҙер күләмдәге ауырлыҡты күтәрә, ә көндөҙ, ҡалынлығы һаҡланған кеүек булһа ла,  тишекләнә, йомшара. Айырыуса тулҡын йыуған, сатнап ярылған урындар ҡурҡыныс.

Балалар ҡыҙыҡһыныусанлығы

Иң тәүге сиратта хәүеф хаҡында балаларҙы иҫкәртегеҙ. Улар, боҙ элеккесә ныҡ, яр буйында уйнауҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ, тип уйлауы ихтимал. Балаларға ярға сыҡҡан боҙҙо этеп төшөрөү, йылғаның тәрәнлеген үлсәү ҡыҙыҡ. Әммә тап яр ситендәге боҙ иң алда ярыла башлай. Яҙғыһын боҙ өҫтөндә йөрөү ярамай икәнен аңлатығыҙ. Тулҡын йыуған текә яр башында баҫып тороу ҙа хәүефле – ул уйламағанда ишелеүе бар. Әгәр бала бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булһа, дөрөҫ эш итә белергә тейеш: юғалып ҡалмаһын, өйгә ҡасып ҡайтып китмәһен, киреһенсә, ныҡ итеп ҡысҡырып, ололарҙы ярҙамға саҡырһын, Ҡотҡарыу хеҙмәтенә – 112-гә шылтыратһын. 

Еңел аҡыллы булмағыҙ

Балыҡ тотам тип, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған, ғаиләһенең киләсәген уйламаған кешене аңлау ҡыйын. Етмәһә, ҡайһы берҙәре ундай “ваҡ-төйәк” кәңәштәр менән башын ҡатырмауҙы һорауы ла ихтимал. Боҙ киҫәгендә килеш һыу ятҡылығының уртаһына йөҙөп киткән, ә инде ҡотҡарыусылар килгәс, саҡ ҡына көтөп тороуҙы һораған балыҡсылар ҙа осрап ҡуя.

Һәр оло кеше үҙ ғүмере өсөн үҙе яуап бирә. Әгәр балыҡ тотоу ҡомарын тыйып булмаһа, сетерекле хәлдәрҙә ярҙам иткән иң ябай кәңәштәрҙе тотоғоҙ. Әйткәндәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күп осраҡта тәжрибәле балыҡсылар инҡар итә, ә йәшерәктәр һағыраҡ ҡылана.

Шулай итеп, тәү сиратта һауа торошон иҫәпкә алығыҙ. Буран, томан, ямғыр икән, балыҡҡа барыуҙы кисектереп тороғоҙ. Әгәр һыу буйына килеп еткәс, томан йәки боҙҙоң хәүефле булыуын күрһәгеҙ, шунда уҡ кире боролоғоҙ.

Һауа торошо балыҡҡа барырға ҡулай булһа, үҙегеҙ менән таяҡ алығыҙ. Уның менән туҡылдатып барып, боҙҙоң хәүефле урындарын билдәләргә мөмкин. Ҡотҡарыусылар үҙең менән хәүефһеҙлек жилеты һәм осона берәй ауыр нәмә бәйләнгән 10 – 15 метр оҙонлоғондағы арҡан алырға кәңәш итә. Киҫкен хәл килеп тыуһа, тап ошо бау һеҙҙе йәки бәләгә тарыған кешене ҡотҡарырға ярҙам итәсәк.

Эскән килеш боҙ өҫтөндә йөрөргә ярамай. Ысын балыҡсы шөғөл ваҡытында иҫерткес эсемлектәр ҡулланмай.

Был осорҙа балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәгеҙ, яҡындарығыҙға ҡайһы тирәгә юлланыуығыҙҙы әйтеп китегеҙ.

Боҙ ярылһа, нимә эшләргә

Әгәр аяҡ аҫтындағы боҙ сатнаһа, ипләп кенә артҡа табан, йәғни ярға йүнәлегеҙ, аяҡтарығыҙҙы шыуҙырып ҡына атлағыҙ. Яурынығыҙҙағы рюкзакты сисегеҙ, әгәр боҙ ярыла башлаһа, уны ситкә ташлағыҙ. Ағас төптәре, ботаҡтар, төрлө нығытмалар һерәйеп торған урындарҙы урап үтегеҙ – улар янында боҙ йоҡа була.

Үҙ ғүмерегеҙҙе үҙегеҙ ҡотҡарырға әҙер булығыҙ. Ғауғаға бирелмәгеҙ, бындай хәлдә ҡалыусы бер һеҙ генә түгел. Тиҫтәләрсә кеше боҙ аҫтына китеп, имен ҡотолғаны бар. Һеҙ ҙә булдырасаҡһығыҙ!

Боҙ ярылып, һыуға төшөп китһәгеҙ, ҡулдарығыҙҙы ситкә йәйегеҙ (таяҡ алған булһағыҙ, ныҡ ярап ҡалыр ине). Боҙҙоң ситенә йәбешергә, баш менән төпкә суммаҫҡа тырышығыҙ. Түшегеҙ менән боҙ өҫтөнә ятып, тәүҙә бер аяғығыҙҙы, шунан икенсеһен сығарырға тырышығыҙ. Тулыһынса сыҡҡас, ситкәрәк тәгәрәгеҙ һәм ярға табан шыуышығыҙ. Ярҙам саҡырығыҙ.

Боҙ аҫтына төшөп киткән кешене нисек ҡотҡарырға

Әгәр бәхетһеҙ осраҡтың шаһиты булһағыҙ, шунда уҡ 112 һандарын йыйып, ҡотҡарыусыларҙы саҡыртығыҙ. Улар килгәнсе, таяҡ, бау, шарф йәки билдек кеүек нәмә табып, эсегеҙгә ятҡан килеш бәләгә тарыусыға табан шыуышығыҙ. Өс – биш метр тирәһе ара ҡалғас, бау йәки таяҡтың бер осон һыуҙағы кешегә ташлап, уны тартып сығарығыҙ. Кирегә лә шыуышып ҡайтығыҙ.

Батыусыға ҡоро кейем кейҙерегеҙ, әгәр ундай мөмкинлек булмаһа, өҫтөндәгеһен һәйбәтләп һығып бирегеҙ. Йылы сәй эсерегеҙ, йылынһын өсөн хәрәкәтләнергә мәжбүр итегеҙ. Иҫерткес эсемлек биреү ҡәтғи тыйыла, ул кешене үлемгә илтеүе лә ихтимал.

ГРАФИКА

Боҙ ярылып, һыуға төшөп китһәң, нимә эшләргә

  • Тыныслыҡ һаҡлағыҙ
  • Артыҡ әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ
  • Батмаҫ өсөн боҙ ситенә йәбешегеҙ
  • Аяғығыҙҙы боҙ өҫтөнә сығарып, ситкә тәгәрәгеҙ
  • Ярға табан шыуышығыҙ

Һаҡ булығыҙ!

  • Төндә йәки томан булғанда боҙ өҫтөндә яңғыҙ йөрөмәгеҙ
  • Балаларҙы ололар ҡарауынан тыш һыу буйына ебәрмәгеҙ
  • Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән туҡылдап тикшермәгеҙ, бының өсөн таяҡ ҡулланығыҙ
  • Боҙҙа ярылған йәки һыу сығып ятҡан урын күрһәгеҙ, аяҡтарығыҙҙы шылдырып ҡына атлап, кире ярға йүнәлегеҙ
  • Ағастар, ҡыуаҡтар үҫкән урындарҙы урап үтегеҙ
  • Әгәр боҙ өҫтөнән күмәкләп барырға тура килһә, 5-6 метр ара һаҡлап атлағыҙ
Автор:
Читайте нас: