Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 16:06

Башҡортостанда «Һүҙ оҫтаһы-2024» конкурсы Пушкинға һәм Мостай Кәримгә бағышлана

...

Башҡортостанда «Һүҙ оҫтаһы-2024» конкурсы Пушкинға һәм Мостай Кәримгә бағышлана
Башҡортостанда «Һүҙ оҫтаһы-2024» конкурсы Пушкинға һәм Мостай Кәримгә бағышлана

2024 йылда «Һүҙ оҫтаһы-2024» республика конкурсы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 105, ә бөйөк рус шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 225 йыл тулыуға арнала. Конкурс 6 майҙа Бәҙәр Йосопова исемендәге актерҙар йортонда 16-сы тапҡыр ойошторола.

Конкурста профессиональ театр белеменә эйә булған, дәүләт театр коллективтарында эшләгән актерҙар, шулай уҡ театр факультеттарының сығарылыш курстары, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттары бүлексәләренең студенттары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыға сығыш яһау өсөн рус, башҡорт йәки татар телдәрендә шиғыр йәки проза әҫәрен яттан һөйләргә әҙерләнергә кәрәк.

Ғаризалар 25 апрелгә тиклем Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзының электрон почтаһына ҡабул ителә: [email protected].

Конкурсты республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы ойоштора.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-28/v-bashkirii-konkurs-chtetsov-master-slova-2024-posvyatili-pushkinu-i-mustayu-karimu-3705195

Автор:по материалам издания "Башинформ"
Читайте нас: