1-се - иң таралған ысул - ерҙе бешекләү. 60 градусҡа тиклем һыу ҡайнатып бер квадрат метрға өс биҙрә һибергә. Шунан түтәлде полиэтилен пленка менән ҡаплап ҡуйырға. Шул саҡта бөтә личинкалар, ҡорттар, бәшмәктәр, бактериялар үлә. Һыу 60 градус ҡына булырға тейеш. 100 градуслыны һипһәгеҙ, ерҙең файҙалы матдәләре ҡалмай. Ике көндән пленканы алырға була. Шулай уҡ марганцовкалы һыу һибергә мөмкин. Марганцовка ерҙе калий менән туйындыра. Шунан ғына фитоспорин һибергә була. 100 грамм фитоспоринды 10 литр һыуға һалырға кәрәк. Башта 1 литр һыуҙа яҡшылап ебетегеҙ. Шуны 9 л һыуға өҫтәгеҙ. Ошо эретмә менән теплицаның бөтә ерен таҙартһағыҙ яҡшы була. Шуларҙы эшләгәндән һуң 10-14 көндән һуң йәшелсә ултыртырға мөмкин. Тәмәке шашкаһы яндырһағыҙ, ике аҙнанан һуң ғына йәшелсә ултыртырға ярай. Теплицаның тупрағын 4-5 йылға бер яҡшы алмаштыралар.