Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель , 09:18

Апрелдә нисек ял итәбеҙ?

Аҙна уртаһында ял итәбеҙ, ә шәмбелә эшләйбеҙ.

Апрелдә нисек ял итәбеҙ?
Апрелдә нисек ял итәбеҙ?

прелдә ял көндәре күп. Быйыл Ураҙа байрамы 10 апрелгә тура килә, шуға күрә республика халҡы был көндә ял итәсәк.

22 апрелдән 27-һенә тиклем алты көнлөк эш аҙнаһынан һуң, май байрамдарына бәйле, оҙайлы ял көндәре башлана.

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт хәбәр итеүенсә, май байрамдарында быйыл Рәсәй халҡы 28 апрелдән 1 майға тиклем, шулай уҡ 9-12 майҙа ял итә.

Иҫкәрмә: фотола Ураҙа байрамында тик республика халҡы ғына ял иткәнлектән, ул ҡыҙыл төҫ менән бирелмәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтан

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: