Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель , 10:37

Аферистар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һигеҙ миллион һум аҡсаһын урлаған

Кешеләр, мутлашыусыларға ышанып, ҙур суммаларҙа аҡсаһын юғалтҡан.

Аферистар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һигеҙ миллион һум аҡсаһын урлаған
Аферистар Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һигеҙ миллион һум аҡсаһын урлаған

Тәүлек эсендә Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға һигеҙ миллион һум аҡса ебәргән, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығы.

"Республика Башкортостан" гәзите яҙыуынса, Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек ҡыҙға билдәһеҙ кеше шылтыратып, уның банк иҫәбендәге аҡсаның хәүеф аҫтында булыуын хәбәр итә. Мутлашыусы аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн уны "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсерергә кәрәклеген белдерә, өҫтәүенә, уны кредит алырға күндерә. Һөҙөмтәлә ҡыҙ 800 мең һумдан ҡолаҡ ҡаға. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә йәшәүсе ҡатын аҡса эшләү маҡсатында "инвестициялаған" миллион һумдан мәхрүм ҡала. Ә Октябрьский ҡалаһында 66 йәшлек ир терминал аша аферистарға 1,5 миллион һум аҡса күсергән, ул аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәм, тип уйлаған. Банк белгестәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, "хәүефһеҙ иҫәп" тигән төшөнсә юҡ, ул - мутлашыусыларҙың ялған схемаларының береһе.

Уяу булығыҙ, алдаҡсылар аҙым һайын! Сит кешеләргә үҙегеҙҙең аҡсағыҙ тураһында мәғлүмәт бирмәгеҙ, һөйләшеү сәйер тойолһа, элемтәне кисекмәҫтән өҙөгөҙ!

Фото: Евгений СОКОЛОВ, "Республика Башкортостан".

Автор:
Читайте нас: