Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 13:57

2024 йылда май байрамдары 8 көн дауам итәсәк. Ял көндәре хаҡында һәм медицина учреждениеларының нисек эшләйәсәген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Шәмбе, 27 апрелдәге ял көнө 29 апрелгә күсерелә, шуға күрә был эш аҙнаһы - алты көнлөк. Ҡыҫҡартылған эш көнө 8 майҙа ғына, сөнки ул байрам алды көнө.

2024 йылда май байрамдары 8 көн дауам итәсәк. Ял көндәре хаҡында һәм медицина учреждениеларының нисек эшләйәсәген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
2024 йылда май байрамдары 8 көн дауам итәсәк. Ял көндәре хаҡында һәм медицина учреждениеларының нисек эшләйәсәген иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.


 28 апрелдән 1 майға тиклем — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы уңайынан байрам көндәре.

 9 майҙан 12-һенә тиклем — Еңеү көнөнә ҡарата байрам көндәре.

Медицина учреждениеларының эш ваҡыты:

Травмпункттар һәм ҡабул итеү бүлмәләре Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ла тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

 ️ 29, 30 апрелдә һәм 1, 4, 9, 10, 11 майҙа поликлиникалар сәғәт 8-ҙән 18:00 сәғәткә тиклем эшләй. Өйгә саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисекмәҫтән ярҙам) буйынса мөрәжәғәттәр 16:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Был көндәрҙә шулай уҡ диспансеризация, һөнәри тикшеренеүҙәр һәм гинекологик тикшереү үтергә мөмкин.

 ️ Йөклөләр 29 һәм 30 апрелдә, 10 майҙа ультратауыш скринингы үтә аласаҡ.

Өфөнөң дәүләт дарыуханалары һәм дарыухана пункттары 28-30 апрелдә һәм 1, 4, 5, 9-12 майҙа ял көндәре графигы буйынса эшләйәсәк. Үҙәк район дарыуханалары – шәмбе графигы буйынса. Шул көндәрҙә дарыуҙар, дауалау аҙыҡ-түлеге һәм медицина изделиелары ла яҙҙырып алып буласаҡ. Ташламалы рецепттар буйынса дарыуҙарҙы ял көндәрендә ваҡлап һатыу бүлектәрендә алырға мөмкин.

Автор:Аңлатабыҙ. Башҡортостан
Читайте нас: