Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель , 09:17

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА

Тирә-яҡтағы ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙың бер тирәлә генә өйөрөлөп тороуын күргән водолаздар һыуҙың тәрәнлеген бер күҙ ташлау менән үк аңланылар ҙа, эштәренең баһаһын тағы ла күтәрҙеләр.

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА

Рәзинә Зәйнетдинова Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. “Килен шәле” исемле китап авторы. Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналы ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүсеһе.
Был авторҙың тәүге күләмле әҫәре.

 

Ҡашлы йөҙөк

Повесть

 

– Хәләл колбасаңдың итенә апайым да ҡушылдымы?! – Күҙҙәре асыуҙан баҙлап янған ҡәйнешенең әсенеү, рәнйеү ауаздары ҡушылған ҡырҡыу яңғыраған тауышына терт итеп ҡалды Азат. – Нәфсеңә хужа була алмайынса апайымдың башына еттең инде тәки!
– Ниңә һаман юҡты һөйләнәһең! Ҡыуып сығарманым, үҙе ғәйеп булды. Тырнаҡ менән дә сирткәнем юҡ ине. Апайыңдың юғалыуынан миңә рәхәт тип уйлайһыңмы?! – Кабинетында ниҙер яҙып ултырған ир аҡланмаҡсы итте.
– Нишләп юҡты һөйләйем, ти. Мә, күр! Апайымдың яратып кейгән был йөҙөгөн бөгөн иртә менән арғы ос Хәмит килтерҙе. “Иртәнге сәйгә колбаса ҡырҡҡанда килеп сыҡты. Рәмилә еңгәң саҡ ҡоҫоп ебәрмәне”, – ти. Беҙ бар донъяны тетеп эҙләгәндә, апайым яҡында, һинең колбасаларыңда ғына булған икән. – Айсыуаҡ тыныслана алмайынса Тамараның йөҙөгөн еҙнәһенең танау төбөнә үк килтереп болғап алды.
– Бәлки, был йөҙөк берәй эшсенекелер? – Батып барыусы һаламға булһа ла йәбешеп ҡарай тигәндәй, Азат ҡәйнеше әйткәндәре менән һаман килешергә теләмәй ине.
– Ниндәй эшсенеке?! Юҡты лығырлап, күҙ буяп ултырма бында! Өләсәйемдең бүләге был! Быуындан быуынға тапшырыла килгән. Ауылда ғына түгел, донъяла берәү ул! Апайым кеүек. Һин генә ҡәҙерен белмәнең, хайуан! – Айсыуаҡ нисек килеп инһә, шулай артынан ҡойон уйнатып сығып китте.
Тамараның юғалыу ваҡиғаһынан һуң бер ни тиклем тынып торған ауыл, район ҡабаттан уянды. Хатта республика халҡы ла был хәлгә бер мәл гөж килеп алды. Тикшереү, эҙләнеү эштәре ҡабаттан ныҡлап башланды. Тағы ла кейәүен уйнашлыҡта, йүнһеҙлектә ғәйепләп, Тамараның әсәһе бер нисә тапҡыр килеп эт олотоп әрләп китте. Май башынан һатыуға сығарылып һатылып бөтмәгән ярымфабрикаттар ҡабаттан хужаһына ҡайтарылды. Колбасала йөҙөк тапҡан ғаиләне телевизорҙан күрһәттеләр, уларҙың “табышы” менән интернет тулды. Берәүҙәргә, “хәләл йомортҡа нисек була ул, тауыҡ уны һалыр алдынан тәһәрәт алып ултырамы?” тип тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүселәргә, уларҙың эшен күрә алмаусыларға йәтеш булды. Икенселәр магазин кәштәләрендә һатылған аҙыҡтарҙың сифаты юҡлығы тураһында тағы ла бер тапҡыр был хәлде миҫал итеп килтерҙе. Шулай ҙа Азаттар әҙерләгән колбаса, билмән кеүек ризыҡтарға ҡушылған иттә кешенеке табылманы. Әммә утҡа һибелгән кәрәсиндәй, былай ҙа артҡа тәгәрләй башлаған эшҡыуарҙың эше күҙгә күренеп насарайҙы. Тирә-яҡтағы күп магазин хужалары артабан уның менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартты.
Азаттың үҙендә лә эш ҡайғыһы китте. Йөҙөк менән булған ваҡиғанан һуң Тамараны эҙләтеүҙе туҡтатырға теләмәне. Ике ай самаһы ваҡыт үтһә лә, балаларының әсәһе һаман да тере булыуына ышана ине. Өмөтһөҙ шайтан ғына, тиҙәр бит. “Нет тело – нет дело. Ярты йыл үткәс, үлгәндәр иҫәбенә индерәбеҙ. Ҡайғырма, ул осраҡта мөлкәтеңде бүлешергә кеше ҡалмаясаҡ”, – тип был эшкә ҡул һелтәгән полицияның ярҙамынан төңөлгән ине. Ҡатыны юғалған төндө кейемдәре ҡалған, яҙғы ташҡын ваҡытында ике йылғаны бергә тоташтырып ажғырып ағып ятҡан, йәйҙәрен, һыу ҡайтҡас, Төпһөҙ күл исеме менән билдәле күлгә ситтән тәжрибәле ике водолаз саҡыртып төшөрттө.
Тирә-яҡтағы ағастарҙан ҡойолған япраҡтарҙың бер тирәлә генә өйөрөлөп тороуын күргән водолаздар һыуҙың тәрәнлеген бер күҙ ташлау менән үк аңланылар ҙа, эштәренең баһаһын тағы ла күтәрҙеләр.
– Миңә иң мөһиме – һөҙөмтәһе. Ҡатынымдың эҙенә төшмәйенсә, барыбер күңел тыныслығы таба алмаясаҡмын, – тип ауыҙ эсенән мөңгөрләгән иргә ҡарап, икеһе лә эстән генә: “Ниңә күберәк һораманыҡ икән?” – тип бер-береһенә ҡарап мут йылмайыштылар.
Тәүге көндө көн болотло ине. Күлгә төшөп әҙ генә йөрөгәндән һуң, кире сыҡты һыуҙағы эҙәрмәндәр. Икенсе көн төшкө аш мәлендә тирә-яҡҡа тағы шомло хәбәр таралды: водолаздар онтала башлаған баш һөйәге һәм янында биҙәүестәр һалынған күн янсыҡ тапҡандар. Башта берәү ҙә Тамара булыуына шикләнмәй ине. Тик райондан полиция килеп еткәнсе, юғалған ҡатындың өләсәһе бар һорауҙарға ла нөктә ҡуйҙы. Ылымыҡтарға уралып йәшәргән, бәҫәреп бөткән янсыҡты күреү менән: “Ах, атайым!” – тип иҫтән яҙҙы. Аңына килгәс тә, янсыҡты асып ҡарауҙарын үтенде. Теге юлы колбасанан килеп сыҡҡан ҡашлы йөҙөктөң ише буласағы хаҡында ла әйтте. Ҡарсыҡтың һүҙҙәре, ысынлап та, раҫҡа сыҡты.
“Ауылда коллективлаштырыу ваҡыты башланғас, таяҡтың осо иң беренсе атайыма төшә. Үҙ көсө менән йыйған донъяһын дөйөм ҡаҙнаға бирергә лә, быға тиклем бер баш кәзә лә аҫырай алмаған әтрәгәләмдәргә баш баҫып эшләргә лә теләмәй. Бындай осраҡта бер генә юл ҡала: бар мөлкәтен тартып алалар ҙа, үҙен Себергә һөрәләр. Атайым был ҡарар менән дә килешмәй. Сит илгә ҡасырға ҡарар итә. Әсәйемә, төпләнеп, донъялар әҙерәк тынысланғас, ҡайтып алып китергә вәғәҙә итә лә, бер ҡараңғы төндә ошо янсыҡ менән һыуға төшкәндәй ғәйеп була. “Береһенән-береһе ике бәләкәй бала менән ҡалдым. Һиңә йөклө икәнлегемде лә белмәй инем әле ул саҡта. Ташлап, зым-зыя юҡҡа сыҡҡан иргә рәнйергәме, әллә заманаһын ҡарғарғамы белмәй, төн етһә, күҙ йәше түгә инем. Ныҡ боларыш ваҡыты ине шул. Инә – ҡыҙҙы, ата улды белмәй. Кем кемгә дуҫ-дошман икәнлеген дә аңлай алмай. Юҡҡа ғына япондар ҡарғаны үҙгәреш-боролош заманында йәшә тип, әрләмәйҙәрҙер”, – тип әсәйем күңеле тулһа беҙгә һөйләп ала ине. Үҙе ғүмеренең һуңғы минутына тиклем атайымдан хәбәр көттө. Егәрле, төҫкә-башҡа күркәм ҡатынды һоратыусылар булһа ла, уға тоғролоҡ һаҡланы. Бахыр атайымдың сәфәре тиҙ тамамланған шул. Һөйәктәрең менән булһа ла танышырға насип булыр тип кем уйлаған инде?!” – тип Шәүрә үҙенән һорау алған эҙәрмәндәргә берсә илап, берсә көйләп һөйләне. Тегеләре туҡһанға еткән ҡарсыҡ һүҙҙәренә артыҡ ышанмаһалар ҙа, һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәп, табылған һөйәктәрҙе экспертизаға ебәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
***
Азат менән Тамара беренсе курста уҡып йөрөгән саҡтарында таныштылар. Дөрөҫөрәге, уларға Өфөгә ташыған водитель ярҙам итте. Уларҙан ун саҡрым алыҫта йәшәгән Тамараларҙың ауылына юл ыңғайы кереп пассажирҙарҙы ташыған автобус ине. Азаттар алдан уҡ тулып килә. Һыймайынса ишек төбөнә һарыҡ көтөүе кеүек эркелешкән бер төркөм йәштәрҙе әрләй-әрләй водитель үҙе урынлаштыра башланы. Ике урынға дүрт кешене – егеттәрҙең алдына ҡыҙҙарҙы ултыртып сыҡты. Әллә Азаттың, әллә Тамараның бәхетенә йәштәр бергә тура килде. Оялышынан бешкән алмалай ҡыҙарған ҡыҙға башта иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, һикертмәле, соҡор-саҡырлы юлдарҙы үткәндә, алдынан осороп төшөрмәҫ өсөн, биленән һығып-һығып ҡосаҡлап алды. Өфөгә килеп еткәс, сумкаһын күтәреп барыу һылтауы менән ятағына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Артабанғы осрашыуҙарҙа иң тәү сиратта ҡыҙҙың: “Психолог булам”, – тиеүе егеттә үҙенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты, шикелле.
“Күптәр, ана, уҡытыусы йә табип һөнәренә уҡый. Күршеһендә бәләкәйҙән тауыҡтарына исем ҡушып, ҡайһыһы ҡасан йомортҡа һалыуына, себеш сығарыуына тиклем белеп торған Әлфиә ветеринарға белем ала. Был һөнәр ауылда ла, ҡалала ла берҙәй кәрәкһә лә, ул университетҡа ингәс: “Ҡатын-ҡыҙ эше түгел бит”, – тип күрше-күлән бер ни тиклем дыу килтереп һөйләнеп алған ине. Был сит ил киноларын күберәк ҡаранымы икән? Америкала, мәҫәлән, һәр ғаиләнең үҙ психологы бар. Ә беҙҙә уның кәрәге һуҡыр бер тин”, – тип уйлаған ине Азат ул көндө эстән генә көлөп. Һуңынан әсәһе лә килене менән танышҡас: “Килен, һин теге, ней, дүрәгерәктәрҙең уҡытыусыһы булаһыңмы ул?” – тип һорап, бер юлы һуҡ бармағын сикәһенә ҡуйып бороп та күрһәткәйне. Ул саҡта әсәле-уллы психологтың кем икәнлеген аңламағандар шул. Дөрөҫөрәге, янында булғанда ҡәҙерен белмәгәндәр. Ике йыл егет менән ҡыҙ булып осрашып йөрөгәндә, ун биш йыл ирле-ҡатынлы булып йәшәгәндә шуны аңлай алмаған Азат. Әле килеп ҡатынын юғалтҡас, кәмәһе ҡомға терәлә башлағас, төшөнгәндәй итте. Тик терһәкте тешләрлек түгел икән шул. Үткәндәрҙе ҡайтарып булмай. Кеше ғүмерендә иң үкенеслеһе шулдыр, моғайын. Былай булһа, үткән ғүмерен, яңылыш-тайпылыштарын ҡаралама кеүек ырғытыр ҙа, хатаһыҙ-ниһеҙ генә яңынан башлар ине.
– Агроном – ауылда йәшәргә тейеш, – тине Азат, ҡулдарына диплом алып ҡайҙа төпләнеүҙәре тураһында һүҙ сыҡҡас. – Элекке колхоз баҫыуҙарын ҡуртымға алып, иген сәсәсәкмен. Халыҡҡа ла ярҙам булыр. Ерҙәрен биргәндәргә һәр көҙ иген бирермен. Аҡмаһа ла тамыр. Әтеү бер нисә йылдан ситтәр килеп тартып аласаҡ...
Иренең изге ниәтенә ҡаршы килмәне Тамара. Диплом яҡлағанда етәксеһенең: “Һинең урының ошонда. Оҙаҡҡа һуҙма, аспирантураға ин. Яҡшы психолог – алтынға бәрәбәр”, – тип үҙенә ҙур өмөт бағлағанын әйтеп тә торманы. “Энә ҡайҙа, еп шунда булырға тейеш”, – тип уйланы ул.
Тик бәндә теләй, Алла бойора шул. Йәш агрономдың дәртләнеп тотонған эше килеп сыҡманы. Пай ерҙәрен ауылдаштарынан һорап йөрөгәндә үк, ҡаршылыҡтар башланды.
– Һандыҡ төбөндә ятһын әле, ашарға һорамай, – тине кемдер.
– Һинең кеүек мин дә сәсә беләм. Берәй ваҡыт тотонормон әле, – тине икенсеһе.
Өнһөҙ генә пай еренең документын ҡулына тоттороусылар ҙа булды. Әммә икенсе мәшәҡәте башланды. Туҡһанбайҙа халыҡтың өстән ике өлөшө эшһеҙ ятһа ла, көтөү көтмәйҙәр. Малдарҙы үҙҙәре теләгән ваҡытта урамға ҡыуып сығаралар ҙа, тегеләре лә үҙҙәре туйғас ҡайтып керәләр. Уның өсөн кеше менән талашып, үҙенең абруйын төшөрөргә яратмаған силсәүит башлығына ла был кәрәкмәй. Азат сәскән бөртөклө культура шытым биреү менән, ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөгән мал, шунда ябырылды. Тәүлек әйләнәһенә баҫыу ҡарап ятып булмай. Халыҡҡа аңлатып ҡарау ҙа, штраф менән ҡурҡытыу ҙа бушҡа ғына. Бер нисә йыл бушҡа эшләне.
Был ваҡытта мәктәптә ҡыҫҡартылыуҙарға иң беренсе эләгеп, ҡыҫынҡы ғына бер уңайлығы булмаған өйҙә ике бала ҡарап, ҡәйнәһенең мыжыуҙарынан Тамара ла туйып өлгөргәйне. Йәнә ҡайҙа йәшәү, нимә эшләү тураһында һүҙ сыҡты.
– Кемгәлер баш эйеп эшләмәйәсәкмен, – тине Азат. – Ҡала фатирында дүрт мөйөштә тонсоғоп ятырға ла йыйынмайым.
– Әлегә тиклем минең эш хаҡына йән аҫыраныҡ. Хәҙер кемдән ярҙам көтәһең һуң? – тине Тамара аптырап.
– Туйға ике яҡтан да биргән таналар һыйыр булды. Быйыл һуғымға береһен дә тотонмай торайыҡ. Мал үрсетәйек...
– Бер нисә йыл йонсоп мал ҡара ла, аҙаҡ өс тингә һатып, берәй ҡара халыҡты байытырғамы? – тине Тамара тауышын күтәрә биреп.
– Ярымфабрикат ит ризыҡтары етештерәйек. Күрше районда уларҙы эшләгән ИП ябылған. Ҡорамалдарын осһоҙ ғына хаҡҡа һаталар.
– Башлап ебәрергә лә аҡсаһы кәрәк бит әле...
– Һи-и-и, кәләш. Минең күптән бизнес-план әҙер инде. Һиңә шуны ҡарап сығып, документ эштәрендә ярҙам итеүең, районға барып кәрәкле кешеләр менән һөйләшеүең генә кәрәк...
Буш торған элекке балалар баҡсаһында эш башланылар. Үҙеңдеке үҙеңә яу, тигәндәй, аяҡ салыусылар был юлы ла табылды.
– Ул балалар баҡсаһы һеҙгә кемдән ҡомартҡы булып ҡалған? Нейә башҡаларға ла бүленеп бирелмәй? – тигән һорауҙар менән Тамара магазинға барғанда йонсотоусы ауыл ҡатындары табылды.
– Ауыл халҡынан һеҙгә туҡтауһыҙ ялыу килә. Бер нисек тә ыҡҡа килтерерлек түгел, – тип һуңғараҡ ауыл старостаһы ла килде.
Был ваҡытта арыу ғына эшләй башлаған Азатты уйынан, хыялынан туҡтатырлыҡ түгел ине. – Бер йыл түҙегеҙ! – тине лә Туҡһанбай менән Йүкәлек ауылдары араһында алдан алынған пай еренә ит комбинаты төҙөтә башланы. Һүҙендә торҙо. Бер йыл тигәндә ҙур ғына бинала колбаса, сосиска эшләү менән бергә билмән, манты кеүек ҡамыр аштарын да әҙерләй торған ҡорамалдар ҙа әҙер ине.
Шул яҙҙа яңы ит комбинаты эргәһендә төҙөләсәк ике ҡатлы йорттарына ла нигеҙ һалынды. Был хаҡта белгәс, ике ауыл халҡы гөж килеп алды.
– Элек уртаҡ хужалыҡта эшләргә теләмәүселәр айырылып сығып ултырғандар. Ана, Яңы Туҡһанбай ҙа шулай барлыҡҡа килгән бит заманында. Былар ҙа беҙҙе әҙәмгә һанамаған булдылар инде, хи-хи-хи!
– Ҡатынында кулак ҡаны аға бит...
– Элек, теге ней, урыҫ алпауыттары ла шулай йәшәгән, ти...
– Төн уртаһында үҙҙәрен ен алмаштырып алып китмәһә ярай ҙа. Үҙҙәре шурт с ним. Балалары йәл...
Был ваҡытта балалар Тамараның ата-әсәһендә йәшәнеләр. Ир менән ҡатын көндөҙ эшселәр менән комбинатта, төндәрен йорт төҙөү, ремонтлау менән булаштылар. Тамараның ҡустыһы Айсыуаҡ әйтмешләй, “коттедж”ға ингәндә мәктәп башланғыс класҡа ғына ҡалғайны. Биш-алты йыл элек кенә: “БДИ-ны тапшыра алмаясаҡтар, балаларығыҙҙы туғыҙҙы тамамлау менән ебәрегеҙ”, – тип өй беренсә йөрөгән мәктәп директоры хәҙер кәмәһе һыуға килеп терәлгәс: “Уҡыусыларҙы ситкә ебәрмәйек!” – тип яр һалды. Әммә ауыл халҡы ла аңра һарыҡ түгел. “Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙы алып ҡайтып уҡытығыҙ!” – тинеләр. Инглиз теленән дә, математиканан да физкультура уҡытыусыһы уҡытҡан мәктәпкә Тамара балаларын бирергә теләмәне. Өфөләге интернат-гимназияға алып барып урынлаш­тырҙы. Аҙна һайын улар янына йөрөй торғас, уҡытыусыһының кәңәшенә һуңлап булһа ла ҡолаҡ һалды. Аспирантураға уҡырға инде. Ейән-ейәнсәрҙәренең ситтә уҡыуына былай ҙа асыуланған ҡәйнәһенә етә ҡалды.
– Башта бала ҡарарға ялҡауы килеп, интернатҡа олаҡтырҙы. Хәҙер үҙе лә ситкә таймаҡсы итәме? Уҡыйым, тип йөрөр-йөрөр ҙә, берәйһенә әүрәп тороп ҡалыр әле. Ана, атайың һымаҡ... – тип улын күргән һайын һөйләнде.
– Һуң, иней, барыһын да бер епкә теҙмә инде. Атайыма эйәреп үҙең сығып китмәнең бит...
– Уҡып – мулла, суҡып ҡарға булып булмай. Һин аҡса тапҡас, ҡотора. Тинен һанап йәшәһә, уҡыйым тип осонмаҫ ине. Яңғыҙың ауыҙыңды асып ҡалырһың әле, – тип үҙенекен тылҡыны.
Ҡәйнәһенең юрағандары юш килмәне. Ҡалала тотҡарланып, бер-ике көн ирен күрмәй торһа ла, һағынып, янына осоп ҡайтты. Комбинаттың документ эштәрен дә ваҡытында дөрөҫ һәм теүәл итеп алып барҙы. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, үҙ аллы эшләй башланы. Ҡатыны менән танышҡандың тәүге көнөндә үк буласаҡ профессияһынан көлөп ҡараған Азат был юлы ла ысынға алманы. “Теләй икән, әйҙә, булышһын”, – тип ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Ысынында иһә тормошто яратҡан һөйөклөһө үҙенән ярҙам һорағандарға ярҙам иткән бит. Быны ир үҙен юғалтҡас ҡына төшөндө. Һәр беребеҙгә бирелгән ғүмерҙең берәү генә икәнлеген, ҙур бүләк булыуын аңлаған һәм шулай икәнлегенә бүтәндәргә лә төшөндөрөргә тырышҡан ул. Шуға, яҙғы көндә яуған ҡар бөртөгөндәй, уның ҡапыл ғына юҡҡа сығыуына, етмәһә, үҙ-үҙенә ҡул һалыуына ышанмай Азат.
Бер ваҡыт ун беренсе класс уҡыусыһы Арыҫлан исемле егетте килтерҙеләр. “Бер нисә тапҡыр аҫылынып маташты. Ярай ҙа ваҡытында төшөрөп ҡалдыҡ. Хәҙер ҡыйыҡтан һикереү менән ҡурҡыта”, – тип әсәһе килеп кереү менән ила-илай һөйләне. Тамара Арыҫлан менән беренсе тапҡыр осрашҡанда суицидҡа барыуының эҙемтәләрен асыҡларға тырышты, хәлен асыҡланы. Төрлө кәңәштәрен биреп ҡайтарҙы.
Ике аҙна үттеме-юҡмы, ҡайғыға батҡан ата-әсә тағы килделәр. Өфө уртаһында яңы төҙөлгән иң бейек йорттарҙың береһендә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенә яҙылыусылары менән тура эфир аша бәхилләшеп торған сағында тағы ҡотҡарып өлгөргәндәр икән.
– Үҙе ҡайҙа һуң? – тине Тамара, тыңлап бөткәс.
– Ҡаршылашып машинанан төшмәй ултыра, – тине атай кеше, ҡапҡа алдында ултырған сит ил машинаһы яғына ымлап.
– Һеңлем, нишләргә лә белмәйбеҙ. Мәктәбенән йәнә шелтә алдыҡ. “Беҙгә проблемный уҡыусы кәрәкмәй. Тағы ла бындай хәл тураһында ишетһәк, үҙебеҙ психбольницаға алып барып бикләтәбеҙ” тиҙәр, – тип әсәй кеше тағы балауыҙ һығып алды.
Тамара был юлы ҡала егете менән теҙгенде ҡыҫҡа тотто.
– Икмәк ҡорһаҡ артынан йөрөмәй тигәндәрен ишеткәнең бармы, ҡустым? – тине машинаның ишеген асыу менән.
– Кемдәргә психолог кәрәк, шулар инделәр, – тине егет телефонынан айырылмай ғына.
– Уларға улдарының иҫән булыуы кәрәк!
– Күпме әйтергә мөмкин, минең йәшәгем килмәй! Килмә-ә-әй!
– Үлгең килгәс, ниңә менеү менән һикермәнең?
– Тотоп ҡалдылар бит.
– Ярты сәғәт буйы бәхилләшмәҫкә ине! Өлгөрөр инең!
– Уныһын үҙем беләм... – Әле генә әтәсләнеп маташҡан егеттең битен ҡуйы ҡыҙыллыҡ ялмап алды.
– Миңә килгән кеше инәлтеп тормай. Әйҙә, анауында ултырып һөйләшәйек.

Дауамы бар.

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:По материалам ИА "Шоңҡар"
Читайте нас: