Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 14:49

Башҡортса диктант яҙҙыҡ

Башҡорт телендә диктант яҙыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы акцияға мәртәбә өҫтәне.

Башҡортса диктант яҙҙыҡ
Башҡортса диктант яҙҙыҡ

Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге "Патриот"  Башҡортостандың хәрби-патриотик" паркында башҡорт телендә диктант яҙыу ойошторолдо.

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024" акцияһын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге менән берлектә үткәрә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта үтте. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙа, "Йәшлек House" йәштәр йортонда, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында төп майҙансыҡтар ойошторолдо.

Беренсе тапҡыр башҡорт теленән диктант 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында (хәҙер – Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университеты) уҙғарылды. Акцияға онлайн форматында университеттың Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама һәм Бөрө ҡалаларындағы филиалдары ла ҡушылды. Ул ваҡытта башҡорт телендә диктантты 3 мең 500 кеше яҙғайны.

Идеяның авторы – филология фәндәре кандидаты, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева. Акция "башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам" девизы аҫтында үткәйне, ә эмблема итеп "ә" хәрефе алынғайны. Баланың теле лә бит "әсәй", "әпәй" тип асыла, мәктәптә уҡыуҙар әлифбанан башлана. Ул ваҡытта диктант өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" романынан өҙөк һайлап алынды. Диктантты  Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Диктант яҙыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Әйтәйек, 2019 йылда 69 687 кеше башҡорт телендә диктант яҙған. 2020 йылда – 305 600, 2021 йылда – 321 782, 2022 йылда – 334 523, 2023 йылда иһә 340 333 илһөйәр диктант яҙған. Әйткәндәй, 2019 йылда акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты, шул уҡ йылды сара халыҡ-ара статусын алды. 

Бөгөн иһә башҡорт телендә диктант яҙыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы акцияға мәртәбә өҫтәне.

"Патриот" паркында диктант яҙыу башҡорт халҡының гимнына әйләнгән "Урал" көйө менән асылды. Уны "Мираҫ" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов башҡарҙы.

– Хөрмәтле Радий Фәрит улы, ҡәҙерле дуҫтар, барығыҙҙы ла туған тел байрамы менән ихлас ҡотлайым, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. – Бөгөн, ысынлап та, ҙур байрам, сөнки беҙ унынсы тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙырға йыйылдыҡ. Был бик мөһим сара, йылдан-йыл диктант яҙыусылар арта, уны Рәсәй төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә лә яҙалар. Диктанттың халыҡ-ара статус алыуына биш йыл. Быйыл ул илһөйәрлек, йәштәр темаһына арналды. Туған телде яҡлайыҡ һәм үҫтерәйек.

Азат Шамил улы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен еткерҙе.

Артабан республика Башлығы Радий Фәрит улы Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, фән докторы Гөлфирә Абдуллинаға, профессор Риф Әхмәҙиевҡа, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваға, ғалим Николай Морозкинға, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимовҡа Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Әйткәндәй, башҡортса диктант яҙыуыҙы ойоштороусыларҙың береһе Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева башҡорт телен һөйөүселәр исеменән Радий Фәрит улының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. 

Бынан тыш "Патриот" паркында халыҡ-ара "Хәтер баҡсаһы" үтте. Шуныһы, ул Рәсәйҙә беренсе тапҡыр 2020 йылда башланды. Маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында яҡты киләсәгебеҙ өсөн яу яланында башын һалғандырҙың исемен мәңгеләштереү һәм 27 миллион ағас ултыртыу. Башҡортостан бындай инициативаны шунда уҡ күтәреп алды.  

Шулай уҡ был көндө "Ҡайнар йөрәк" Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт инициативаһында ҡатнашып, еңеү яулаусылар бүләкләнде. Проект Рәсәйҙә 2013 йылдан бирле тормошҡа ашырыла. Үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, бүтәндәрҙе бәләнән ҡотҡарған үҫмерҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел.

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант

#башдиктант2024

 #диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:По материалам ИА "Башкортостан"
Читайте нас: