Йәмғиәт
21 Мая 2025, 05:40

21 май — Халыҡ-ара сәй көнө

Үлән сәйҙәре ниндәй сирҙәрҙән дауалай?

21 май — Халыҡ-ара сәй көнө21 май — Халыҡ-ара сәй көнө
21 май — Халыҡ-ара сәй көнө


Кейәү үләнен грипп осоронда, ҡапыл ғына ашҡаҙан, бөйөр, баш ауыртҡанда, һейҙек ҡыуғыс, анемияла, йоҡоһоҙлоҡтан, ревматизмдан эсәләр. Шулай уҡ уны «ирҙәр» сәйе лә, тиҙәр.

Ромашканы йөрәк сәйе, тиҙәр. Ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙән һаҡлай, грипп, һыуыҡ тейгәндә, ауырыған саҡта микробҡа ҡаршы көрәшә.

Әлморон иммунитетты нығытыусы антиоксидант, флавоноид, С, К витамины һәм минералдар сығанағы ла булып тора. Әгәр һин бик ныҡ ҡыҙыл шарап эсергә теләһәң, әммә алкоголде ҡулланырға ярамай икән, әлморон төнәтмәһен эс. Етмәһә, ул диареяға ҡаршы ла көрәшә.

Туҡранбаш (клевер). Был сәйҙе баллап эскәндә йүткеректән, бауыр ауыртыуынан, ҡатын-ҡыҙҙар һыҙланыуынан ярҙам итә. Шәкәр диабетынан да эсергә була, тик был саҡта уны балларға ярамай.

Рауза. Кәйефте күтәрә, вирусҡа ҡаршы көрәшә, иммунитетты нығыта. Был сәй төнәткәндән һуң тиҙ генә тәмен юғалта, шуға ла рауза таждарынан әҙерләнгән сәйҙе һыуынғас эсергә ярамай.

Лимонлы бөтнөк (лимонная мята). Был сәй ашҡаҙан менән бәйле ауырыуҙарҙан ярҙам итә һәм тынысландыра. Йоҡоно яҡшырта, һыҙланыуҙы баҫа, иғтибарҙы арттыра.

Еләк япраҡтары. Ҡан таҙарта, тынысландыра, һаулыҡты нығытыусы. Был хуш еҫле сәйгә кипкән еләктәрҙе лә ҡушырға мөмкин.

Меңъяпраҡ. 1 балғалаҡ меңъяпраҡ үләнен 1 стакан ҡайнар һыу һалып 5-10 минут төнәтәләр ҙә ярты стакан итеп гастриттан эсәләр. Ашҡаҙан ауыртҡанда меңъяпраҡҡа ромашка сәскәләрен дә ҡушалар.

Бәпембә. Был сәй бауыр ауыртыуҙарынан ярҙам итә. Айырыуса эскән, тартҡан, төрлө бауырға ауыр дарыуҙар ҡабул иткән кешеләргә файҙалы. Эс ҡатыуҙан файҙалы.

Йүкә. Тынысландырыусы сәй, борсолоуҙы баҫа, ҡан баҫымын төшөрә. Баш өйәнәгендә эсергә тәҡдим ителә. Көнөнә йүкә балы менән 2 стакан сәй эсеү  һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай. Шулай ҙа был сәй менән артыҡ мауығырға тәҡдим ителмәй. Тирләтеүсе был сәй йөрәккә ауыр була.

Интернеттан

Автор:
Читайте нас