

Беренсе этап барышында конкурс жюрийы конкурсанттарҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙың уҡыусыларының ҡаҙаныштары тураһында материалдарҙы ҡараны. Икенсе турға 106 кеше үткән. Хәҙер ҡатнашыусыларға үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында видеоролик әҙерләргә кәрәк. Өсөнсө этап быйыл октябрь аҙағында Мәскәүҙә тыуған яҡты өйрәнеү фестивале форматында үтәсәк. Финал һөҙөмтәләре буйынса һәр федераль округтан һәм ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ҡатнашыусыларҙан өсәр финалист билдәләнә, улар араһында приз фонды бүленә.
И. Паршуткина фотоһы