

«БИ» хәбәрселәре ҡасабаның ветерандар ойошмаһы рәйесе Людмила Пашинанан ойоштороусыларҙың ниндәй маҡсаттар ҡуйыуы һәм фестивалдең нисек үтеүе тураһында һөйләүен һораны.
– Фестивалдең төп маҡсаты – кешеләр һәм хайуандар араһында изгелек күпере булдырыу, уға мохтаждарҙы хәстәрләүҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөү.
Ҡунаҡтар өсөн Приют мәҙәниәт йорто коллективтарының һәм Аксаков ауылы артистарының сығыштары менән бай программа әҙерләнгән. Хатта ямғыр яуыуы ла кәйефте боҙа алманы.
Йәрминкәлә кешеләр сувенирҙар һатып алды, ә йыйылған аҡса хәйриә башланғыстарына булышлыҡ итеүгә йүнәлтеләсәк.
Ветерандар советының әүҙем зооирекмәндәренә рәхмәт хаттары тапшырыу тантанаһы үтте.
Хайуандарға мәрхәмәт темаһына арналған фотозоналар, китаптар һәм картиналар күргәҙмәләре иғтибарҙы йәлеп итте.
«Мәрхәмәтле йөрәк» фестивале балалар командаларының тиҙлек һәм оҫталыҡ буйынса спорт ярыштарын, шулай уҡ йорт хайуандары парадын үҙ эсенә алды, унда хужалар ғорурлыҡ менән үҙҙәренең яратҡан хайуандарын күрһәтте.
Ҡасабаның көмөш һәм йәш ирекмәндәре халыҡтың хайуандарға мөнәсәбәте мәсьәләләре буйынса анкета һорауҙарына яуаптар алды, тематик брошюралар таратты.
– Фестиваль йәнә изгелек һәм берҙәмлек мөғжизәләр тыуҙыра алыуын иҫбатланы! - тип һөйләне Людмила Николаевна.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Приюттың көмөш ирекмәндәренең «Күңелдәре йәш» Бөтә Рәсәй грант конкурсының ярымфиналына сығыуы билдәле булды. Әүҙем ветерандарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Мила Любченко. Елена Петрова фотолары