Йәмғиәт
11 Сентября 2025, 08:00

Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..

Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан башланған ғәҙәти булмаған ваҡиға Бәләбәй колледжының 16 йәшлек студенты өсөн законға бәйле ҡыйынлыҡтар менән тамамланған.

Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..
Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..

Бәләбәй районы буйынса эске эштәр бүлегенә 28 йәшлек ҡатын «ВАЗ-21074» автомобилен урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәренең оператив эше һөҙөмтәһендә, ғәйепләнеүсе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡулға алына – ул 16 йәшлек егет булып сыға.

Студент әйтеүенсә, туҡтап торған автомобиль эргәһенән үтеп барғанда, ул, ҡыҙыҡһыныуҙан, ишектең бикле булыу-булмауын тикшерергә ҡарар итә.  Ғәжәпкә күрә, ишек асыла. Оҙаҡ уйлап тормай, егет салонға инеп ултыра.

Үҫмерҙең артабанғы ҡылығы, уның һүҙҙәренсә, «йөрөп кенә килергә» теләге менән бәйле. Ул двигателде эшләтеп ебәрә ала һәм ҡала ситенә китә. Әммә, тәжрибәһеҙ водителдәр менән йыш булған кеүек, бигерәк тә башҡаларҙың автомобиле руле артында, сәйәхәт аяныслы тамамлана. Студент кюветҡа оса.

Эҙемтәләрҙән ҡурҡып, егет машинаһын ташлап, ҡалаға йәйәү ҡайтырға ҡарар итә. Тап ошонда уны урланған машинаны һәм уны урлаусы тип фаразланған кешене эҙләгән полиция хеҙмәткәрҙәре көткән була.

Хәҙер урлау факты буйынса тикшереү үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Фотолар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан

Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..
Ҡыҙыҡһыныусан булыу ҙа бәләгә килтерә икән!..
Автор: Регина Фаизова
Читайте нас