Йәмғиәт
16 Сентября 2025, 04:35

Өфө алтынсы тапҡыр “бала саҡты ҡайтара”

16 – 20 сентябрҙә республикаға Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендәге балалар йорттары тәрбиәләнеүселәр килә.

Өфө алтынсы тапҡыр “бала саҡты ҡайтара”Өфө алтынсы тапҡыр “бала саҡты ҡайтара”
Өфө алтынсы тапҡыр “бала саҡты ҡайтара”

Иртәгә баш ҡалабыҙҙа “Бала саҡты ҡайтарырға” байрамы башлана. Балаларҙы күңелле ижади һәм спорт конкурстары көтә:  “МастерОк”, “Бала саҡ йондоҙҙары”, “Аҡыллы баш”, кулинарҙар ярышы, пилотһыҙ системаларға идара итеү буйынса дәрестәр, экскурсиялар, дискотекалар, баскетбол, футбол, теннис турнирҙары, колледждарға барып, төрлө һөнәрҙәр тураһында белем алыу, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар, блогерҙар ҡатнашлығында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Быйыл был сара Өфөлә алтынсы тапҡыр үткәрелә.

Байрам ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр һәм ил күләмендә танылыу мөмкинлеге көтә.  

Социаль проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аппарат полномочного представителя Президента РФ в ПФО и Правительство РБ
Читайте нас