Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Яңы йыл – ул күңел асыу ғына түгел, ә организм өсөн етди һынау ҙа. Туҡтауһыҙ табын артында ултырыуҙар артығын ашауға һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүенә килтереүе ихтимал. Ғинуар айы табипҡа барыуҙан башланмаһын өсөн, ябай кәңәштәрҙе тоторға кәрәк.
Байрамдарҙы нисек сағыу һәм һаулыҡҡа зыян килтермәйенсә билдәләү хаҡында «Электрогазета»ға Өфө табибәһе, сәнәғәт медицинаһы үҙәге мөдире Гөлнара Надуткина һөйләне. Уның кәңәштәрен тотоп, бер нисә мәжлесте тыныс ҡына үткәрергә, тышта йөрөү өсөн көстө һаҡлап ҡалырға һәм артыҡ килограмм йыймаҫҡа мөмкин.
– Гөлнара Руставиловна, организм өсөн ауыр эҙемтәләргә тарымаҫ өсөн яңы йыл табындарына нисек әҙерләнергә?
– Беренсенән, байрамдар алдынан үҙебеҙҙең хроник сирҙәребеҙҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк. Әгәр нимәлер борсоһа, мәҫәлән, панкреатит, табипҡа алдан барырға. Һәм шуны иҫтә тотоу мөһим: майонезлы салаттар, газлы эсемлектәр, шул иҫәптән шампан шарабы, ашҡаҙан-эсәк трактына кире йоғонто яһай ала. Ә гипертониктарға алкоголдең ҡан баҫымын арттырыуын белергә кәрәк.
– Тимәк, эсмәҫкә, салаттар ашамаҫҡа? Балансты нисек табырға?
– Үҙеңдең күпме ашай алыуыңды белеү һәм организмға ҡолаҡ һалыу зарур. Әгәр байрам табынынан бер нисек тә ҡотола алмаһаҡ, сәләмәт аҙыҡ-түлеккә һәм еңел ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, ә байрамдарҙан һуң табипҡа барып, анализдар тапшырыу, кәрәк булһа, тикшереү үтеү һәйбәт.
– Ә яңы йыл өҫтәлен нисек һау-сәләмәт итергә?
– Өҫтәлдә мотлаҡ йәшелсә һәм емеш-еләк булырға тейеш. Балыҡ, майһыҙ иткә баҫым яһағыҙ. Салаттарға майонез түгел, ә үҫемлек йәки зәйтүн майы өҫтәп була. Әгәр майонез рецепт буйынса кәрәк икән, уны өйҙә яһалғанын ҡулланыу яҡшыраҡ, уны эшләү бик ауыр түгел. Һәм иң мөһиме – «бүккәнсе» ашамағыҙ. Куранттарҙы көтөп тороу мотлаҡ түгел, ғәҙәти ваҡытта киске аш ашарға, ә төн уртаһында еңелсә аш-һыу менән сикләнергә мөмкин. Шул саҡта 1 ғинуарҙа ла һау-сәләмәт уянырһығыҙ.
– Байрамдарҙа, мәжлестәрҙән башҡа, нимә менән шөғөлләнергә мөмкин?
– Көслө һыуыҡтар булмаһа, саф һауала йөрөү мотлаҡ! Беҙҙең ҡалала, әйткәндәй, 1 ғинуарҙа Ҡыш бабай менән ярыштар үтә. Был бик яҡшы йола. Хәрәкәт, спорт, йөрөү – былар барыһы ла мейене кислород менән байыта. Ә сәләмәт мейе – бөтә организмдың сәләмәтлегенең нигеҙе. Скандинав йөрөшө менән шөғөлләнергә йәки паркта бөтә ғаилә менән йөрөргә мөмкин.
– Һеҙҙең яңы йылға төп кәңәшегеҙ?
– Уны аңлы рәүештә ҡаршы алырға. Артыҡ ашап-эсеүҙең зарарын, үҙеңдең хәлеңде оноторға ярамай, хәрәкәттә булыу мөһим. Ул саҡта байрамдар ысынлап та сағыу, күңелле һәм һаулыҡ өсөн зыянһыҙ үтәсәк. Һәм йыл башында профилактик тикшереү өсөн табипҡа яҙылығыҙ. Йылды үҙегеҙ хаҡында ҡайғыртыуҙан башлағыҙ!
Сығанаҡ: https://i-gazeta.com/articles/lifehacker/2025-12-21/kak-v-novyy-god-ne-pereest-i-sohranit-zdorovie-sovety-vracha-iz-ufy-4516298