Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2025, 12:00

Ветеран активының изге эштәре

25 декабрҙә, 1979 йылда Афғанстанға Совет ғәскәрҙәре индерелгән көндә, Бәләбәйҙәге «Ватанды Һаҡлаусыларға» мемориаль комплексында беҙҙең райондан һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы яугирҙар» стелаһына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

Ветеран активының изге эштәре
Ветеран активының изге эштәре

Иҫтәлекле сарала Бәләбәй районы муниципаль район Советы секретары Артур Садиҡов, хәрби комиссар Рөстәм Сәхәбов, ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов, «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт берекмәһе етәксеһе Рим Баһманов, афған ветерандары, Эске эштәр минситрлығы, сик һаҡсыларының хәрби йәмәғәт берекмәләре һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре вәкилдәре ҡатнашты.

Шул уҡ көндө А. Садиҡов, Р. Сәхәбов, А. Буйлов һәм Приют ҡасабаһы ветерандар ойошмаһы рәйесе Людмила Пашина блокадалы Ленинградта йәшәгән, тыл хеҙмәтсәне Екатерина Петровна Гуськованы күрергә килде һәм уны 91 йәше менән ҡотланы!

- Ҡатмарлы яҙмыш Екатерина Петровнаның көслө характерын һындырмаған, ул элеккесә әүҙем һәм изге күңелле! - тине Л. Пашина.

Артур Садиҡов Е.П. Гуськоваға «Берҙәм Рәсәй» партияһынан - бүләк, ветерандар советынан исемле торт тапшырҙы.

Улар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Приют ҡасабаһының абруйлы кешеһе Закуан Нәсибулла улы Әсәҙуллинды ла килеп, яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡотланы һәм торт тапшырҙы.

Райондың ветерандар советы активисы, грек-рим көрәше буйынса тренер-уҡытыусы Николай Кухарев М. Горький ауылында оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙың стационар социаль хеҙмәтләндереү бүлегендә булды.

Ул ҡала халҡы йыйған яңы йыл бүләктәре тапшырған, ә һуңынан пациенттар менән бергә уларҙың йәшлек йырҙарын гитараға ҡушылып йырлағандар.

Фотолар ветерандар советынан

 

Ветеран активының изге эштәре
Ветеран активының изге эштәре
Ветеран активының изге эштәре
Ветеран активының изге эштәре
Автор: Любовь Иванова
Читайте нас