Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар , 15:00

Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар

Йыл һайын Яңы йыл каникулдарында йәштәр сәйәсәте учреждениеһында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының юғары хәрби уҡыу йорттары курсанттары менән осрашыу үтә.

Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар

Был юлы йәш армиясылар һәм «Бөркөт» хәрби-патриотик клубы ҡатнашыусылары Александр Федорович Можайский исемендәге Хәрби-космос академияһының (Санкт-Петербург ҡалаһы) курсанты Андрей Болгов һәм Ҡазан Юғары танк команда училищеһынан (Ҡазан ҡалаһы) Денис Михеев һәм Данил Кашатов, шулай уҡ Хәрби элемтә академияһы сержанты (Санкт-Петербург ҡалаһы) Вячеслав Федоров менән осраштылар.

Курсанттар өсөн Бәләбәй йәштәре менән осрашыу ысын байрамға әүерелде. Бында улар егеттәрҙең белемгә ынтылыуын ғына түгел, ә үҙ илен яҡларға әҙер булыуын да күрҙе.

Сарала шулай уҡ педагогик хеҙмәт ветераны, 15-се мәктәптең уҡытыусы-ойоштороусыһы, запастағы подполковник Рәйес Вәлиев Һәм Бәләбәй ҡалаһы, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары буйынса хәрби комиссариаттың саҡырыуы буйынса белгесе Андрей Хабин ҡатнаштылар.

Андрей Александрович уҡыу йортона инеү ҡағиҙәләрен, үтеү балдарын һәм эшкә урынлашыу перспективаларын ентекле аңлатты.

Осрашыу йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Курсанттар һәм йәш армиясылар аралашты, хыялдары һәм пландары менән уртаҡлашты. Һәр кем үҙен уртаҡ маҡсаттар һәм идеалдар менән берләшкән ҙур һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тойҙо.

Фотолар «Тиҫтер» учреждениеһынан

 

Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Тыуған илгә хеҙмәт итергә илһамландырҙылар
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас