Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар , 17:00

Башҡортостан осраҡлы һайланманы

Башҡортостанда III “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәк көнө бара. 

Башҡортостан осраҡлы һайланманы
Башҡортостан осраҡлы һайланманы

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында ”Кесе Ватан – Рәсәй көсө” III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы сиктәрендә Төбәк көнөн асыу тантанаһы үтте. Уның темаһы “Муниципаль үҫеш: яңы үҫеш драйверҙары”.

Форум Рәсәй Президенты Хакимиәте һәм Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы (ВАРМСУ) ярҙамында үткәрелә. Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостанды төбәк көнөн үткәреү майҙансығы итеп уның тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше, төбәк һәм муниципаль кимәлдә проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе арҡаһында һайлағандар. Форум майҙансығында республика Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә таратыу өсөн талап ителгән тикшерелгән тәжрибәләрҙе тәҡдим итә.

Форумда ҡатнашыусыларға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеосәләмләү ебәрҙе.

– Иҡтисади үҫеш – граждандарҙың тормошон яҡшыртыуға асҡыс. Бындай бурысты Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйҙы. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, урындағы власть кешеләрҙең көндәлек уңайлыҡтарына туранан-тура йоғонто яһай, һәм муниципалитеттар бында мөһим роль уйнай, милли проекттарҙы – киләсәгебеҙҙең ҡоралдарын тормошҡа ашыра. Тап урындарҙа бюджет средстволары яңы юлдарға, заманса социаль объекттарға, йәмәғәт киңлектәренә һәм коммуналь инфраструктураға әүерелә – былар граждандарҙың тормошон уңайлы һәм лайыҡлы иткән нәмәләр, – тип билдәләне Игорь Комаров. – Бөтә Рәсәй муниципаль форумының төбәк көндәре урындағы үҙидара үҫешендә мөһим роль уйнай. Был иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу һәм һөҙөмтәле үҫеш моделдәрен эҙләү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәләмләү һүҙендә урындағы үҙидара органдарының хәҙерге этаптағы эшенең мөһимлеген билдәләне.

– Республикабыҙ исеменән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы – Бөтә Рәсәйҙән муниципалитет етәкселәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән сәләмләйем. Был форумды Башҡортостанда, Өфөлә үткәреү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ, – тине Радий Хәбиров. -–Барығыҙға ла тәрән ихтирам һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Сөнки һеҙҙең иңгә ауыр һынауҙар – коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция, санкция баҫымы һәм бының менән бәйле бөтә нәмә ята. Иң тәүҙә кешеләр менән һеҙ аралашаһығыҙ, уларҙың иң көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән бергә махсус хәрби операцияға, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеү буйынса мөһим бурысты үтәйбеҙ. Республикабыҙҙа бер нисә тапҡыр хәрби хәрәкәттәр барған территорияға бармай ҡалған бер генә муниципалитет башлығы ла юҡ, тип әйтә алам. Улар унда гуманитар ярҙам алып бара һәм быны үҙ бурысы тип һанай – егеттәр һуғышҡанда, тимәк, беҙ ҙә шунда булырға тейешбеҙ. Һеҙ һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән аралашаһығыҙ, уларға ярҙам итәһегеҙ һәм был – йөрәк һәм йән кәрәк булған эш. Шуға күрә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр ҙур ихтирам һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.

Форумдың төбәк көнөндә ҡатнашыусыларҙы Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Евгений Грачев та сәләмләне. Дәүләт башлығы бурысына ярашлы муниципалитеттарҙың федераль һәм төбәк власы менән туранан-тура диалогы төҙөлә, тип билдәләне ул.

– Төбәк көндәре сиктәрендә урындағы үҙидара өлкәһендә теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын табырға бурысыбыҙ, ул илдең һәр конкрет мөйөшөндә йәшәүселәргә яҡшыраҡ йәшәргә, муниципалитеттар һәм территориялар үҫеше өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк, – тине Евгений Грачев.

Муниципаль иҡтисад темаһын тикшереү өсөн беҙҙең төбәкте һайлау осраҡлы түгел, тип өҫтәне ул.

– Башҡортостанда бөтә ил муниципалитеттары үҙләштерә алған көслө база, тәжрибә һәм эшләнмәләр булдырылған. Был ижади индустрияларҙы үҫтереү ҙә, муниципаль милек менән эшләү ҙә, майҙансыҡта тикшереләсәк башҡа мәсьәләләр ҙә. Беҙгә был тәжрибәне иҫәпкә алырға һәм уны башҡа муниципаль берәмектәргә индерергә кәрәк, – тип билдәләне Евгений Грачев. – Бөгөн залда булғандарға, урындағы үҙидара органдарында эшләгәндәргә ил мәнфәғәте өсөн көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем.

Федерация Советының федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты рәйесе, ВАРМСУ рәйестәше Андрей Шевченко “Кесе Ватан – Рәсәй көсө” форумының берләштереүсе ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был юлы Төбәк көнө майҙансығы итеп Башҡортостандың һайланыуы бик шәп. Ошондай дискуссиялар сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашабыҙ, мөһим темаларҙы тикшерәбеҙ, федераль башҡарма власть органдары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, кире бәйләнеш алыу мөмкинлеге бар, – тине Андрей Шевченко. – Радий Фәрит улы әйтеүенсә, муниципалитет башлыҡтарының бөгөн алғы һыҙыҡта булыуы мөһим. Һеҙгә һәр һорау буйынса кешеләр килә. Һәм бындай майҙансыҡтарҙың бурысы – муниципаль хеҙмәттең һөҙөмтәлелеген нисек арттырыу тураһында фекер алышыу.

ВАРМСУ рәйестәше, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Совет президиумы ағзаһы Ирина Гусева муниципалитеттарҙың иҡтисади үҫештә төп ролен билдәләне.

– Бөгөн беҙ муниципаль кимәлдең милли иҡтисад үҫешенең төп нөктәһе булыуы хаҡында һөйләй алабыҙ. Тап бында реаль башланғыс барлыҡҡа килә һәм үҫешә, бәләкәй һәм урта бизнес өсөн шарттар булдырыла, эш урындары булдырыла һәм граждандарҙың йәшәү сифаты яҡшыра. Финанс һәм бюджет, муниципалитет иҡтисады һәм территорияларҙы тотороҡло үҫтереү йүнәлештәре буйынса ВАРМСУ базаһында 5 мең самаһы муниципаль практика йыйылған, – тине ирина Гусева. –  Муниципалитеттарға ярҙам итеү һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу – төбәктәрҙең һәм ил иҡтисадының тотороҡло үҫеше өсөн мөһим факторҙар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026  #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ

Автор:
Читайте нас