«Һеҙ беренселәрҙән булып халыҡ менән аралашаһығыҙ, тәүгеләрҙән булып уларҙың көнүҙәк проблемаларын хәл итәһегеҙ. Ошо бурыстарығыҙға һеҙгә хас булмаған бурыстар ҙа өҫтәлде. Формаль күҙлектән ҡарағанда, был һеҙҙең вәкәләт түгелдер, бәлки. Беҙ һеҙҙең менән бергәләп илебеҙ президенты ҡуйған мөһим бурысты хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтәбеҙ. Был иһә үтә ауыр хеҙмәт.
Яугирҙәргә күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә бармаған бер генә муниципалитет башлығы ла юҡ, әйткәндәй, улар беҙҙә 63. Сөнки улар быны үҙҙәренең бурысы тип иҫәпләй. Улар яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк ташый, беҙ йәмғеһе 171 гуманитар ылау ебәрҙек. Ошо ваҡыт эсендә 3000 автомобиль оҙаттыҡ. Һеҙ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Яугирҙәрҙең ғаиләләре менән әүҙем эшләйһегеҙ», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, Рәсәй төбәктәре етәкселәре үҙ-ара дуҫ, республикабыҙ һәр ваҡыт Рәсәйҙең сик буйындағы яңы төбәктәренә һәм өлкәләренә ярҙам күрһәтә.
«Беҙ һәр ваҡыт шулай йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Һеҙгә лә танышырға, дуҫлашырға, ярҙам ҡулы һуҙырға, тәжрибә менән уртаҡлашырға кәрәк тип уйлайбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
#МАЛАЯ_РОДИНА_СИЛА_РОССИИ2026 #Республика_Башкортостан_Уфа #ВАРМСУ