

2025 йылдың октябрендә уны шундай уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттыралар. Әммә ул һығымта яһамай һәм шул уҡ йылдың декабрендә Аксаков ауылында ВАЗ 21101 руле артына ултыра. Уны юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм тикшереү үткәрә. Ҡатындың тынында 0,966 мг/л алкоголь табыла, ә рөхсәт ителгән 0,160 мг/л.
Ғәйепләнеүсе ғәйепле булыуын таный. Суд уны РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса ғәйепле тип таба (элек административ язаға дусар ителгән кешенең иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүе). Ҡатын-ҡыҙға 200 мең һум штраф тәғәйенләнә һәм ике йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Шулай уҡ суд уның ВАЗ- 21101 автомобилен дәүләт файҙаһына тартып ала.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.