31 ғинуарҙа суд ултырышы барышында адвокаттар ғәйепләнеүселәрҙе һаҡ аҫтына алмауҙарын һораны. Ләкин суд тәфтишселәрҙең дәлилдәре менән килеште: ирҙәр ҡасып китергә йәки шаһиттарға баҫым яһарға мөмкин.
Енәйәттең ауырлығын һәм ғәйепләнеүселәрҙең шәхесен иҫәпкә алып, суд уларҙы 2026 йылдың 29 мартына тиклем һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған. Был ҡарар әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса