Йәмғиәт
2 Февраль , 07:00

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе

Йыйынтыҡ ике телдә баҫылған. Унда республикала билдәле һүҙ оҫталарының - Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтан башлап хәҙерге халыҡ шағирҙарының да шиғырҙары тупланған.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙеӨфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе

«Һәр халыҡтың бөйөк хазинаһы – һүҙ. Халыҡтың милли ғорурлығын, үҙенсәлегенн һәм абруйын һаҡлап ҡалыу һәләтен тәү сиратта һүҙ сәнғәте тәрбиәләй, күтәрә һәм ышаныслы һаҡлай. Мең йыллыҡ тарихы булған башҡорт әҙәбиәте Салауат Юлаев, Аҡмулла, Шәйехзада Бабич кеүек шағирҙарҙан көс алды. Йыйынтыҡ ошо күренекле шәхестәрҙән ҡеүәтле импульс алған хәҙерге башҡорт шиғриәтенең иҫ киткес үҫешен күрһәтә», - тип һөйләнеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Баҫманы «Китап» фирма магазинында һатып алырға мөмкин.

Башинформдан

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе
Автор:
Читайте нас