– Көн һайын тау эргәһендә бик күп балалар йыйылыуын күҙәтәбеҙ. Үҙе менән сәкәндәр, сана-тюбингтар һәм ватрушкалар һәм шыуыу өсөн башҡа яйланмалар килтерәләр. Ял көндәрендә бында халыҡ күп була. Саф һауала ял итергә ҡаланың башҡа биҫтәләренән дә балалар килә, – тип һөйләне идарасы компания директоры Галина Хөснөтдинова.
«Минең ҡалам» идарасы компанияһына тауҙың техник торошон даими күҙәткән яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Урам һепереүсе Дмитрий Харзиров балалар баҫҡысҡа хәүефһеҙ күтәрелһен өсөн уларҙы даими таҙартып тора.
Әгәр бөтә идарасы компаниялар ҡала балаларының йәйге генә түгел, ҡышҡы ялы тураһында ла хәстәрлек күрһә, был, һис шикһеҙ, уларҙың һаулығын нығытыуға булышлыҡ итә. Бәләкәйҙәр телефон һәм смартфондар менән һирәгерәк ултыра һәм күберәк саф һауала була.
Фотолар идарасы компаниянан