Йәмғиәт
6 Февраля , 10:00

Башҡортостан был йәһәттән лидер булырға тейеш

Башҡортостан Башлығының Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе, Салауат Юлаев исемендәге батальон булдырыуҙың башланғысында тороусы Артур Йомағужин ялға ҡайтҡан мәлендә интервью бирҙе. Офицер фронтта “бургерҙар”ҙың баһалап бөткөһөҙ файҙа килтереүе, РФ Ҡораллы Көстәренең формалаштырылған пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре составында БПЛА ғәскәр подразделениеһын республикабыҙҙа булдырыу мөһимлеге тураһында һөйләне.

Башҡортостан был йәһәттән лидер булырға тейешБашҡортостан был йәһәттән лидер булырға тейеш
Башҡортостан был йәһәттән лидер булырға тейеш

– Пилотһыҙ ғәскәр хәрбиҙәре бөгөн фронтта иң ҙур һорау менән ҡулланылған белгестәр рәтендә. Беҙҙең республикала бәләкәй авиацияның ҙур белгестәре булырға теләүселәр күп. Был аңлашыла ла, сөнки Башҡортостанда патриотизм ныҡ үҫешкән. Махсус хәрби операция башланыу менән илдә тәүгеләрҙән булып ирекле батальондар барлыҡҡа килде. Шул ваҡытта беҙ локаль һуғыштарҙы үткән һалдаттарҙы, спецназсыларҙы, офицерҙарҙы әүҙем рәүештә йыя башланыҡ. Бөгөн дә  фронтта был егеттәрҙең булыуы мөһим. Махсус хәрби операцияла мөхиттәре монтор, джойсик һәм бургер булған, беҙ “бургер” тип атаған егеттәр ҙә беҙҙең армияға баһалап бөткөһөҙ ҙур файҙа килтерә. “Күҙ”ҙәре булараҡ операторҙарҙың ғәскәрҙәрҙә баһаһы ҙур. Сөнки улар ҡайҙа нимә осҡанын яҡшы һиҙә һәм ауырлыҡһыҙ виртуаль карталарҙа йүнәлештәре бар. Шуныһы мөһим, был егеттәрҙе күбеһе үҙҙәре ҡыҙыҡһыныу белдерә, дөйөм маҡсатҡа үҙ өлөшөн индерергә тырыша.

– Һеҙгә йәштәр мөрәжәғәт итәме?

–Тыуған иленә хеҙмәт итергә теләгән егеттәр бик күп беҙҙә. Миңә егеттәр үҙҙәре лә, ата-әсәләре лә мөрәжәғәт итә. Яңыраҡ бер егет килде. “Техника менән дуҫлығың бармы? Пилотһыҙ осоу аппараттары менән эшләй алаһыңмы?” тип һораным. Ул үҙенең электрик булып эшләүе тураһында әйтте, әҙерәк ҡараһам аңлап аласаҡмын" тип яуап ҡайтарҙы. “Барырға теләгең бармы?” тигән һорауыма ла ыңғай яуап алдым. Бик күп һәләтле йәштәр килә. Уларҙы бары тик хәрби комиссариатҡа ғына ебәрә алам. Тағы ла бер мөһим нәмә бар. Контрактҡа ҡул ҡуйыусы һәр кем шуны аңларға тейеш, ҡайҙа ғына бурысын үтәһә лә, ер аҫтындамы, бетон аҫтындамы – был хәрби хәрәкәт, алғы һыҙыҡ һәр ваҡыт үҙгәреп тора.

 Беҙҙең йәштәр аҡыллы һәм талантлы...

– Эйе, уларҙың файҙалы булырға теләген һәм әҙерлеген грамоталы итеп йүнәлтергә кәрәк. МХО башланғанда беҙҙең батальондарҙы йыйғанда Радий Фәрит улы аныҡ бурыс ҡуйҙы, “Тәүге сиратта шәхси составты һаҡларға” тигән  һүҙҙәрен яҡшы хәтерләйем. Бының өсөн республика күп нәмә эшләй: хәрби күнекмәләр үткәрә, төрлө яҡлап гуманитар ярҙам, тракторҙар, экскаваторҙар, еңел автомобилдәр  оҙата. Беҙгә шуны эшләү мөһим,  аҡыллы егеттәребеҙ, был операторҙар тураһында ғына һүҙ бармай, техниктар, электриктар һәм башҡалар фронтта һөҙөмтәле эшләргә  һәм мөмкин тиклем улар ныҡ һаҡланырға тейештәр.

– Һеҙ быны нисек күрәһегеҙ?

–Мин 2022 йылдан һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла һәм үҙемдең тәжрибәм нигеҙендә шуны әйтә алам: Оборона министрлығы нигеҙендә Башҡортостандан ныҡлы ғәскәр подразделениеһы булдырыуға һәләтлебеҙ. Беҙ авиация субъекты, двигателдәр етештерә беләбеҙ, үҙебеҙҙең летчик-геройҙар билдәле, МХО-ла ла беҙҙең республиканан күп талантлы “птичник”тар бар. Беҙҙең ауыр дрондар “Ҡыш бабай"ҙар яҡшы хәрби күрһәткестәргә эйә, дошмандар уларҙан ҡурҡа. Әйткәндәй, МХО-ла хәрби бурыстарын Башҡортостандан ҡыҙҙар ҙа уңышлы башҡара. Мәҫәлән, "Герда" позывнойлыһы БПЛА взводы командиры. Беҙҙең дрондарҙы үҙебеҙҙең профессионалдар замансалаштыра. Беҙҙең егеттәр осорға өйрәтә. Башҡортостан эшҡыуарҙары беҙҙең батальондарға дрондар менән ярҙам итә. Иң мөһиме - егеттәрҙә ҙур теләк һәм илһөйәрлек бар. Республикабыҙҙа бындайҙар байтаҡ. Тыуған илде һаҡларға уларҙың да ваҡыты етте.

Сығанаҡ:  “Молодежная газета”.

 

Автор:
Читайте нас