Йәмғиәт
6 Февраль , 11:00

Республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән

Башстаттың 2 февралгә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, республикала  помидор һиҙелерлек арзанайған - уртаса 4,46 һумға (йәки 1,95 процентҡа), уларҙың бер килограмы 224,7 һум тәшкил итә.

Республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкәнРеспубликала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән
Республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшкән

Шулай уҡ балалар өсөн ҡоро һөт ҡатнашмалары буйынса ла хаҡтарҙың төшөүе теркәлгән - уларҙың хаҡы 8,87 һумға (0,70%) кәмегән һәм килограмы 1263,98 һум тәшкил иткән.

Дөгө бер килограмы 100,80 һумға, юғары сортлы ондан макарондар 93,26 һумға тиклем арзанайған.

Алмалар 1,42 һумға (0,94%) арзанайған, уларҙың уртаса хаҡы килограмы өсөн 149,61 һум тәшкил иткән. Банандар 142,70 һумға тиклем арзанайған. Маргариндың бер килограмы 284,56 һумға тиклем төшкән.

Фото: Башинформ

Автор:
Читайте нас