Йәмғиәт
10 Февраль , 15:00

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағындағы инцидент

Башҡортостанда Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағындағы инциденттан Һуң Республика Башлығы Радий Хәбиров Һиндостандан килгән сит ил студенттары менән осрашты. Ул улар менән инглиз телендә һөйләште.

Ул уларҙың ғүмеренә һәм уҡыуына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, ә бөтә зыян күреүселәр ҙә кәрәкле ярҙам ала, тип ышандырҙы. Был мәсьәлә уның шәхси контролендә. Зыян күргән студенттарға республиканың алдынғы шифаханаларында реабилитация үтеү мөмкинлеге биреләсәк.

Республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары ятаҡтарында тулы хәүефһеҙлек өсөн тиҙ үк һаҡ көсәйтелә, һаҡ постары ҡуйыла. Шуны билдәләп үтәм: республикала барыһы ла, студенттар үҙҙәре лә был донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә, теләһә ниндәй илдә булырға мөмкин булған берҙән-бер осраҡ икәнен яҡшы аңлай. Башҡортостан сит ил студенттарының гармония, тотороҡлолоҡ һәм йәлеп итеү нөктәһе булып ҡала. Тулыраҡ - Ильяс Батыргәрәев сюжетында.

 

Автор:
Читайте нас