

Был ауылдарҙа йәшәгән кешеләргә төрлө хеҙмәттәр һәм ведомстволар вәкилдәре бушлай комплекслы ярҙам күрһәтәсәк:
🔜мәшғүллек үҙәктәре — эшкә урынлашыу һәм һөнәр һайлау мәсьәләләре буйынса;
🔜«Ғаилә» үҙәктәре — ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса;
🔜Күп функциялы үҙәктәр – дәүләт хеҙмәттәре буйынса;
🔜Башҡортостан Республикаһы буйынса социаль фонд — түләүҙәр һәм ташламалар тураһында;
🔜мәғариф һәм опека бүлеге — бала хоҡуҡтарын яҡлау һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса;
🔜Юристар ассоциацияһы — хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса;
🔜табип-наркологтар — сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса;
🔜участка инспекторҙары — хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса;
🔜социаль координаторҙар — МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса.
Алдан яҙылыу кәрәкмәй, уңайлы ваҡытта сәғәт иртәнге 10-дан төшкө 17-гә тиклем килегеҙ.
➡️Ауылдар, осрашыу урыны тураһында һәм өҫтәмә мәғлүмәтте Башҡортостандың Ғаилә порталында (https://xn--90ahvqc2eva.xn--p1ai/news/vyezdnoy-edinyy-den-semeynykh-konsultatsiy/?clckid=755afc9d) табырға мөмкин
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан