

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй китап союзы һәм Китап таратыусылар ассоциацияһы булышлығында Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы һәм «Уҡыусыны үҫтерәбеҙ» ассоциацияһы тарафынан уйланылған акция йыл һайын киң ҡолас ала.
Байрамдың төп идеяһы – китаптың матур бүләк булып ҡалыуын иҫкә төшөрөү. Һәм уны уҡыусылар бик көтә!
Күптәр был байрамды ихлас билдәләй. Берәүҙәр китаптарҙы дуҫтарына бүләк итә, икенселәр уларҙы алмашыу пункттарына алып бара. Шулай уҡ китап һатып алып, уларҙы үҙҙәренең фондын тулыландырмаған китапханаларға тапшырыусылар ҙа бар.
Был акцияға Бәләбәй районының муниципаль китапханалары ла ҡушыла. Ошо көндәрҙә унда байрамға арналған саралар һәм күргәҙмәләр уҙғарыла, китап уҡыусылар яңы йәки уҡылған китаптар бүләк итә. Шулай итеп улар, икенсе тормош алып, кешеләргә артабан да хеҙмәт итәсәк.
Хөрмәтле бәләбәйҙәр, «Китаптарҙы һөйөү менән бүләк итегеҙ» акцияһына ҡушылығыҙ. Китаптарығыҙ үҙ уҡыусыһын тапһын!