Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 16:00

Руль артына иҫерек килеш ултырыусыларға ҡаршы көрәш

2025 йылда Башҡортостан Республикаһының ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау буйынса күләмле эш башҡарҙы. Был эш һөҙөмтәләре, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың уяу булыуын раҫлаһа ла, бер үк ваҡытта республика һәм тотош ил юлдарындағы хәүефһеҙлек тураһында етди мәсьәләләрҙе күтәрә.

Руль артына иҫерек килеш ултырыусыларға ҡаршы көрәш
Руль артына иҫерек килеш ултырыусыларға ҡаршы көрәш

РФ Эске эштәр министрлығының матбуғат үҙәге биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан, Мәскәү өлкәһе һәм Татарстан менән бер рәттән, алкоголдән иҫергән килеш машина йөрөткән өсөн танытмаһынан мәхрүм ителгән водителдәр һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләй. 2025 йылдың тәүге алты айында ғына республикала ошондай 2346 ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән.

Бәләбәй районы ла ситтә ҡалманы. Урындағы Дәүләт автоинспекцияһы хәүефле һандарҙы иғлан итте: 2025 йылда 240 водитель иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Был һан, район халҡы иҫәбен алғанда, шулай уҡ етди хәүеф тыуҙыра һәм урындағы кимәлдә иҫкәртеү эштәрен көсәйтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.

– Руль артына алкоголь эсеп ултырыусыларға ҡаршы көрәш Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы һәм тотош йәмғиәт өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булып ҡала,– тип билдәләнеләр Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһендә. – Башҡортостандың эскән килеш йөрөгән өсөн танытмаһынан мәхрүм итеү статистикаһында алдынғы булыуы сәбәптәрҙе ентекле тикшереүҙе һәм иҫкәртеү, контроллек итеүҙең һөҙөмтәлерәк сараларын әҙерләүҙе талап итә. Тик уртаҡ эштәр менән генә юлдарыбыҙҙы хәүефһеҙерәк итә һәм кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.

Урындағы проблемаларға ҡарамаҫтан, ил буйынса дөйөм статистика иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү йәһәтенән ыңғай динамика күрһәтә. 2025 йылдың 11 айында Рәсәйҙә ошондай 9 942 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был 2024 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 8 процентҡа аҙыраҡ.

Әммә аварияларҙың дөйөм һаны кәмеһә лә, кеше ғүмерҙәренең хаҡы юғары булып ҡала. Иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 2 821 кеше һәләк булған һәм 12 554-е төрлө йәрәхәттәр алған.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

 

Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас