Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды. Халыҡ шағирының тыуған көнө алдынан Яҙыусылар союзынан ошо турала хәбәр иттеләр. Положениеға ярашлы, миҙал Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн тапшырыла. Награда яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла бирелә.
***
- Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
- Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
- Танымайһыңмы әллә? Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк! Был мин – Рәми.
- Ниңә улай һуңлап ҡайттың, егет?
- Булды юлда төрлө кәртәләр...
- Танырмы һуң ул-ҡыҙҙарым һине?
- Бәлки, танырҙар, тип әйттеләр.
- Ҡайҙан һиндә шундай ҙур ышаныс?
- Һөйөүемдә һине, хаҡлыҡта.
Өмөт, мөхәббәт һәм ышаныс бит
Юғалмай ул, һүнмәй ваҡлыҡта...
***
Күпме генә йәшәй ерҙә кеше?
Күҙ аса ла бары күҙ йома!
Шул күҙ асып йомған арала ла
Күпме кәртә ятҡан юлына:
Әле аслыҡ, әле һуғыштары,
Әле бола, әле ялғаны,
Ғәҙелһеҙлек, донъя ваҡлыҡтары –
Сылбыр төҫлө киткән ялғанып!..
Ә ҡасан һуң кеше үҙ ғүмерен,
Үҙ тигәнсә үтеп, тамамлар?..
Кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,
Ҡәҙергә лә хаҡлы бит улар!..
***
Халҡым тел тыуҙырған.
Бөйөк бер тел!
Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...
Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,
Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...
Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары
Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?
Шул ғәмһеҙлек
күҙгә күренмәгән
Көрәк тотмағанмы ҡулына?