Йәмғиәт
13 Февраль , 13:00

Хәтерҙе мәңгеләштереү — ул кешеләрҙе берләштереү механизмы

Өфөлә Бөтә Рәсәй МХО Ветерандары ассоциацияһы йыйынының икенсе көнө булды. Ҡатнашыусылар ыңғай тәжрибәләре менән уртаҡлаша, хәрбиҙәрҙе ижтимағи хеҙмәткә йәлеп итеү мәсьәләләре тураһында фекер алыша. Йыйында ҡатнашыусылар менән майҙансыҡтарҙа туғыҙ эксперт һәм ике модератор эшләй.

Хәтерҙе мәңгеләштереү — ул кешеләрҙе берләштереү механизмыХәтерҙе мәңгеләштереү — ул кешеләрҙе берләштереү механизмы
Хәтерҙе мәңгеләштереү — ул кешеләрҙе берләштереү механизмы

“Хәтерҙе мәңгеләштереү — ул кешеләрҙе берләштереү механизмы", — тип билдәләне Ленинград өлкәһе губернаторы ярҙамсыһы – махсус операция зонаһында хәрби частар менән үҙ-ара эш итеү буйынса махсус вәкил, Ленинград өлкәһе Закондар Сығарыу Йыйылышы депутаты, МХО Ветерандары ассоциацияһы ағзаһы Сергей Мачинский. Ассоциация йыйылышында мөһим темалар буйынса бер юлы ике пленар сессия үтә.

"Хәбәрһеҙ юғалған МХО ҡатнашыусыларының яҙмышын тергеҙеү”

МХО Ветерандары ассоциацияһының башҡарма директоры урынбаҫары Владимир Горох һәм “Яуҙаштарҙың ирекмәндәр ротаһы” Бөтә Рәсәй ирекле йәштәр йәмәғәт хәрәкәтенең (ВДМОД) федераль штабы начальнигы Станислав Кузьменко хәрби иптәштәре менән был тема буйынса пландары һәм эшләнмәләре менән уртаҡлашты.

“Хәҙер хәбәрһеҙ юғалғандарҙың кәүҙәләрен эҙләү буйынса һорауҙар күп. Ошоноң менән бәйле МХО Ветерандары ассоциацияһының һәм Ирекмәндәр ротаһының эҙләү подразделениелары белгестәрен әҙерләү буйынса программа эшләнде. Программа инде рөхсәт алыу этабында тора. Быйыл бер нисә субъектта Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле эҙләү экспедициялары планлаштырылған. Шуға күрә Ассоциация ағзаларының төбәк мәғлүмәт базаларын булдырыуҙы дауам итәбеҙ, кем был эшкә ҡушылырға әҙер һәм үҙенең әхлаҡи бурысы тип һанай рәхим итегеҙ!”- тине Владимир Горох.

Хәтерҙе мәңгеләштереү

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Милли тарихи хәтер үҙәге етәксеһе Елена Малышева һәм уның коллегаһы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милли тарихи хәтер үҙәгенең мәғлүмәт технологиялары һәм һанлы проекттар департаменты директоры Максим Синицын үҙәктең эше менән таныштырҙы һәм Ассоциация менән берлектәге эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. “Бөгөн һеҙ — тере тарих. Ул махсус хәрби операцияның объектив, дөрөҫ, эмоциональ, кешелек тарихын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Беҙ уның дөрөҫөн һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Быны тик һеҙ генә – ваҡиғаның үҙендә ҡатнашыусылар  - эшләй алаһығыҙ. Ассоциация менән күптән бергә эшләйбеҙ, артабан да бергә эшләүҙе дауам итәйек”, — тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға Елена Малышева.

Автор:
Читайте нас