«Һуғыш көйҙөргән йәндәр» әҙәби-музыкаль программаһында ауыл мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Саҡырылғандар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре булды.
Балаларға Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереү сәбәптәре, совет яугирҙарының батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында һөйләнеләр.
Яугир-интернационалистар, уларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы иҫтәлегенә клуб формированиеларында ҡатнашыусылар башҡарыуында шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.
Максим-Горький ауыл советы ауыл биләмәһендә бөтә быуын яугир-яҡташтарының батырлығы һәм ҡаһарманлығы миҫалында балаларҙы патриотик тәрбиәләү буйынса ҙур эш алып барыла.
Фотолар ауыл мәҙәниәт йортонан