Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль , 16:00

Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

1989 йылдың 15 февралендә, 37 йыл элек, Совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстан биләмәһенән сыға. Хәрби конфликт ун йыл тиерлек дауам итә һәм 15 мең совет һалдатының, офицерының, прапорщигының ғүмерен ала.

Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

«Ватанды һаҡлаусылар» мемориалы стелаһы янында йәнә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр. Афғанстан, Чечня һәм Тажикстан тауҙарында, алыҫ Молдовала, эҫе Сүриәлә һәм башҡа «ҡыҙыу нөктәләрҙә» Ватанға бурысын үтәп һәләк булған яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға муниципаль район етәкселәре, ветерандар – йәмәғәт ойошмаларының урындағы бүлексәләре ағзалары, юнармиясылар, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары йыйылды.

Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған митингыла ҡатнашыусылар араһында – Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов, район хакимиәте башлығы кәңәшсеһе, МХО ветераны Александр Нестеренко, "Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рим Баһманов, хәрби комиссар Рөстәм Сәхәбов Һәм «Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы» йәмәғәт ойошмаһының Бәләбәй бүлексәһе рәйесе Сергей Медведев.

Фотолар хакимиәттән

 

Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Яугир-интернационалистарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар
Автор: Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас