

Һуғыш юлы һәр саҡ ҡурҡыныс. Эре һәм локаль һуғыштар кешеләрҙе юғалтыуға, ҡайғы-ғазаптарға килтерә. Һуғыш тураһында дөрөҫөн унда ҡатнашыусылар: пуля аҫтында һөжүмгә барыусы, яраларынан яфаланыусы, сарсауҙан яфа сигеүсе, һыуыҡта туңыусы һәм яугир иптәштәрен һуңғы юлға оҙатыусы яугирҙар ғына белә.
Сараны алып барыусы Елена Котова менән бергә ҡунаҡтар илебеҙ яңы тарихта ҡатнашҡан һуғыштарҙы, ошо һуғыштарҙағы батырлыҡтарҙы һәм Рәсәй һалдатының ҡаһарманлығын иҫкә алды.
Иван Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Малиновка ауылында тыуған. Урта белем алғас, Туймазы педагогия колледжына «физик культура уҡытыусыһы» һөнәренә уҡырға инә. Бала сағынан уҡ Ваня спорт менән шөғөлләнгән, шуға күрә буласаҡ һөнәрен белеп һайлай.
Колледжды тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Ватан алдындағы бурыс, намыҫ, хеҙмәт – һәр ир-егет өсөн изге нәмәләр. Армия Иван Волосковтың артабанғы тормош юлын һайлауҙа үҙенең ролен уйнай. Тәүҙә Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәрендә, һуңынан Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Йәрмәкәй район суд приставтары бүлексәһе органдарында хеҙмәт итеү. Ҡанындағы хәрби устав Иванды махсус хәрби операция уҙғарыу зонаһына барырға саҡыра. Ата - әсәһе һәм ауылдаштары уның еңел булмаған һайлауы менән ғорурлана.
Осрашыу бик тулҡынландырғыс шарттарҙа үтте.
Елена Котова, Малиновка ауылы мәҙәниәт йортонда әйҙәүсе методист