Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 10:00

Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе

16 февралдә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында Бәләбәй районы биләмәһен төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе

– Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү өсөн бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса бөтә ресурстарҙы файҙаланабыҙ, – тине Азат Альверт улы. – Мәсьәләләрҙе хәл итеүгә беҙҙең халыҡты ла йәлеп итәбеҙ. Мәҫәлән, 2016 йылдан Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашабыҙ – дөйөм дәүмәле яҡынса 100 миллион һумлыҡ 77 проектты тормошҡа ашырҙыҡ.

Бәләбәй районы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» (36 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән), «Башҡорт ихаталары» (31 биләмә тәртипкә килтерелгән), шулай уҡ «Атайсал», «Реаль эштәр», «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнаша.

– Бәләбәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында өс тапҡыр еңеүсе булды. 2020 йылда «Йырсы шишмәләр» күләмле проекты тормошҡа ашырылды, 2023 йылда – Төрмә һарайы кварталы төҙөкләндерелде, 2025 йылда Новаторҙар бульвары яңыртыла башланы, – тип өҫтәне муниципалитет башлығы. – Йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 573 миллион һум тәшкил итте, уларҙың яртыһы – федераль финанслау. Планда – Бөйөк Екатерина заманындағы төрмәне реконструкциялау.

«Йәшел Башҡортостан» республика экологик акцияһы сиктәрендә һуңғы ете йылда Бәләбәй районында алты тематик аллея булдырылды һәм 18 меңгә яҡын үҫенте, шул иҫәптән 5 мең эре ағас ултыртылған.

Парктарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен тәртиптә тотоу менән муниципаль бюджет учреждениелары һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Район балансында – 60-тан ашыу коммуналь техника берәмеге.

Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе махсус контролдә тотола. 2019 йылдан муниципалитетта яҡтылыҡ-диодлы лампалар һигеҙ тапҡырға арттырылды.

Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың идара итеү командаһына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Муниципалитеттың тышҡы йөҙө ярайһы уҡ үҙгәрҙе. Әле шөғөлләнәһе эштәр байтаҡ, әлбиттә. Башланған проекттарҙы тамамлағыҙ һәм яңылары тураһында уйлағыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, ысын аҡса алырлыҡ һәм биләмәләрҙе үҙгәртеп ҡорорлоҡ төҙөкләндереү буйынса бик күп программалар бар. Барыһы ла муниципалитет башлығының ошо темаға ни тиклем әүҙем йәлеп ителеүенән тора. Бәләбәйгә – сәскә атыуын, ә халыҡҡа уңайлы шарттар теләйем, – тине төбәк башлығы.

Радий Хәбиров муниципалитетта бренд сараларын уҙғарыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәләбәй районында йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы уҙғарыла. Республика етәксеһе Мәҙәниәт министрлығына һәм Туризм министрлығына Өҫән-Ивановка ауылында рус шағирәһе Марина Цветаеваның ижадын һөйөүселәр өсөн «Цветаева усағы» әҙәби фестивален популярлаштырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

 

Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Бәләбәй – Башҡортостан ынйыларының береһе
Автор: Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас