Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 14:00

Яҡташыбыҙ - дрондар операторы

Пилотһыҙ системалар операторының эше тураһында БПЛА махсус отрядының «Пономарь» позывнойлы Бәләбәй яугиры Александр Пономарев һөйләне.

Яҡташыбыҙ - дрондар операторы
Яҡташыбыҙ - дрондар операторы

Тыныс тормошта уның үҙ бизнесы бар – Александр уңышлы шәхси эшҡыуар. 2025 йылда ул Оборона министрлығы менән үҙ ирке менән контракт төҙөгән һәм Ватанды һаҡлауға баҫҡан.

Ни өсөн пилотһыҙ системалар йүнәлешен һайлаған? БПЛА ғәскәрҙәре махсус хәрби операция шарттарында айырым роль уйнай. Был эш бик мөһим һәм Рәсәй ғәскәрҙәрен алға этәреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Хеҙмәттең төп өҫтөнлөгө – хәрби бәрелештәр һыҙатынан алыҫта эшләү.

Александр әйтеүенсә, МХО-ла дрондар бөтә ерҙә лә файҙаланыла, сөнки улар тейешле объектҡа тейеү аныҡлығын арттыра, оборонаны көсәйтә һәм хеҙмәтте хәүефһеҙерәк итә. Уның һайлауы – айырыуса кәрәк урында булыу һәм дөйөм еңеү өсөн үҙ һәләттәрен файҙаланыу өсөн аңлы аҙым.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-987-040-23-30.

Фото: Азат Сәхәбиевтың Бәйләнештә сәхифәһенән

Яҡташыбыҙ - дрондар операторы
Яҡташыбыҙ - дрондар операторы
Яҡташыбыҙ - дрондар операторы
Автор: Светлана Шириня әҙерләне
Читайте нас