Йәмғиәт
18 Февраль , 07:00

Сәсеүгә лә күп ҡалмай

«Өсән» предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булған бөтә техника яҙғы сәсеү кампанияһына әҙер тиерлек. Өҫән-Ивановка ауылына яҡын урынлашҡан ремонт оҫтаханаһында механизаторҙар диск тырмаларын һәм башҡа тупраҡ эшкәртеү агрегаттарын тәртипкә килтерә. Ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә.

Сәсеүгә лә күп ҡалмайСәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай

– 350 тонна минераль ашлама ҡайтарылды. Тағы 50 тонна ҡайтараһы ҡалды. Быйыл рапс сәсеүлектәрен ярайһы уҡ арттырырға уйлайбыҙ. Беренсенән, бөгөн был иң юғары уңышлы һәм табышлы май культураларының береһе. Уға һорау йылдан-йыл арта бара. Рапс уңышы иҫәбенә беҙ хужалыҡты үҫтерә, киләсәккә пландар ҡора алабыҙ. Өҫтәүенә рапс иген культуралары өсөн яҡшы элгәр: күп кенә тупраҡ патогендарының, шул иҫәптән тамыр серектәренең тәьҫирен туҡтата, – тип аңлатты Александр Шахов.

Хужалыҡта көнбағыш та сәсергә йыйыналар. Һөрөнтө ерҙең бер өлөшөн иген культуралары биләйәсәк. Сәсеүгә бында майлы һәм иген культураларының элиталы орлоҡтары ғына файҙаланыла.

«Өсән» ауыл хужалығы предприятиеһында йыл һайын яңы тракторҙар һәм тағылма ҡорамалдар һатып алырға тырышалар. Миҫалға, былтыр лизингыға «VERSATILE RSM-2400» тракторы һатып алғандар.

– Барыһы ла планға ярашлы бара. Иң мөһиме, кадрҙар һынатмаһын. Хужалыҡта, минең улымдан, ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Денис Шаховтан тыш, бөгөн һигеҙ кеше эшләй, – тип һөйләне Александр Николаевич.

«Өсән» предприятиеһы» йәмғиәте тиҙҙән иген келәте төҙөй башлаясаҡ. Әле яңы уңышты йыя башлағансы объектты файҙаланыуға тапшырып өлгөрөү өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдары килтерелә. Метеорологтар, быйыл яҙ иртә килә, тип иҫкәртә. Был аграрийҙарҙы алдағы ауыл хужалығы миҙгеленә әҙерлек темптарын тиҙләтергә этәрә.

Айрат Ғүмәров, район хакимиәте ауыл хужалығы хеҙмәтенең баш инженеры:

– Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 226 трактор, шулай уҡ 70 йөк автомобиле йәлеп ителәсәк. Ауыл хужалығы машиналарын һәм тағылма техниканы ремонтлау муниципаль райондың бөтә агросәнәғәт комплексы хужалыҡтарында ла алып барыла. Бөгөнгө көндә трактор паркының әҙерлеге - 80 процент, тағылма техниканың 89 процент тәшкил итә. Агросәнәғәт комплексында тракторҙарға техник тикшереү быйыл 10 марттан 30-ына тиклем үткәреләсәк.

Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен яғыулыҡ-майлау материалдары (дизель яғыулығы) менән тәьмин итеү ихтыяждан 20,4 процент (120 тонна кәрәк булғандың), запас частар менән тәьмин итеү 96 процент тәшкил итә.

Елена Петрова фотолары

 

Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Сәсеүгә лә күп ҡалмай
Автор:Римма Султанова  
Читайте нас