

Суд мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың апрелендә төнгө кисәнән һуң йәштәр сит кешеләрҙең машиналарында йөрөргә ҡарар итә. Улар Бәләбәй ихаталарында тейешле автомобилдәр эҙләй башланы. Ихаталарҙың береһендә улар ишеге бикләнмәгән «ВАЗ-21101» машинаһын таба. Малайҙар машинаны ҡабыҙырға маташа, әммә уңышһыҙ. Шул саҡта улар машинаны күрше йортҡа тиклем этәреп шунда ҡалдыралар.
Артабан улар тағы бер автомобилде күрә - ВАЗ-21120. Улар үҙ ғәмәлдәрен ҡабатлай, әммә машина ҡабынмай. Был машинаны ла ихатала ҡалдыралар.
Машина хужалары полицияға мөрәжәғәт иткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре урлаусыларҙың шәхестәрен асыҡлай. Егеттәрҙең ғәйебе уларҙың күрһәтмәләре һәм башҡа дәлилдәр менән раҫлана.
Суд икеһен дә ғәйепле тип таба һәм шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү төрөндәге яза тәғәйенләй. 18 йәшлек егеткә бер йылға шартлы рәүештә - 1 йыл һәм 6 ай, ә 19 йәшлек егеткә ике йылға шартлы рәүештә 2 йыл һәм 6 ай бирелә.
Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса Регина Иванова әҙерләне