Суд донъяһына сәйәхәт суд бинаһы буйлап мауыҡтырғыс экскурсиянан башланды. Уҡыусылар суд системаһының структураһы менән ҡыҙыҡһынып танышты, уның тарихына сумды, музейға барҙы, унда Бәләбәйҙә суд власының аяҡҡа баҫыуы һәм үҫеше хаҡында белде. Был уларға дәүләттең мөһим институттарының береһенең нисек эшләүен күрергә, законлылыҡты һәм тәртипте тәьмин итеүҙә уның ролен аңларға мөмкинлек бирҙе.
Артабан һүҙҙе суд рәйесе Лениза Гәрәева алды. Асыҡ һәм ышаныслы әңгәмә форматында ул судьяларҙың юғары миссияһы, суд эшен бойомға ашырыу өсөн кәрәкле сифаттар, был яуаплы вазифаға дәғүә итеүсе кандидаттарға ҡаты талаптар хаҡында һөйләне. Балиғ булмағандарҙың енәйәт һәм административ яуаплылығы мәсьәләләрен тикшереү ҙә һөйләшеүҙең мөһим өлөшө булды.
Хоҡуҡи белемдең практик аспекттары менән таныштырыуҙы суд рәйесе ярҙамсыһы Ирина Хөснуллина дауам итте. Ул мутлашыу схемаларында ҡатнашыуға бәйле хәүефтәр, атап әйткәндә, дропперлыҡ – махсус ҡуйылған кешеләр аша аҡса тартып алыу ысулы тураһында ентекле һөйләне.
Махсус хәрби операция ветераны Александр Нестеренконың сығышы осрашыуҙың иң юғары нөктәһе булды. Ул Ватанды һаҡлаусы булыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты, үҙенең МХО зонаһындағы хәрби юлы хаҡында һөйләне.
Александр Андреевичтың «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыуы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. МХО ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын ҡайтанан әҙерләүгә, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға һәм яңы карьера перспективаларын үҫтереүгә йүнәлтелгән был кадрҙар программаһы дәүләттең уның мәнфәғәттәрен яҡлаусыларға ҡарата хәстәрлегенең сағыу миҫалы булып тора.
Осрашыу йәнле һәм иркен әңгәмә форматында үтте. Гимназия уҡыусылары ҙур иғтибар менән тыңланы, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм белемгә ынтылышын күрһәтеп, һорауҙар бирҙе.
Бәләбәй ҡала судының матбуғат хеҙмәте материалдары буйынса Регина Иванова әҙерләне